Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Май 2019, 14:54

Аксен колледжына 47 миллион һумлыҡ грант

Был уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы конкурсы еңеүсеһе булды.

Федераль гранттар алыусыларҙы һайлап алыу “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектының “Һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын заманса талаптарға яуап биреүен тәьмин итеү маҡсатында дәүләт ярҙамы” программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә уҙҙы. Конкурста илебеҙҙең 74 колледжы ҡатнашты. Аксен агросәнәғәт колледжы иң яҡшы биш уҡыу йорто иҫәбенә инде.

Рәсәй Мәғариф министрлығы гранты, ә был 47 миллион һум, “Агрономия”, “Сити-фермерство”, “Ауыл хужалығы биотехнологиялары”, “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” һәм “Ветеринария” йүнәлештәре буйынса биш оҫтахананы йыһазландырыу өсөн файҙаланыласаҡ.

- Грант һөнәри белем биреүҙең конкурентлыҡ һәләтлелеген күтәреү маҡсатында матди-техник базаны нығытыу өсөн бирелә. Колледжды яңы уҡыу-лаборатория, уҡыу-производство һәм программа-методика ҡорамалдары, техника һәм комплекстар менән йыһазландырыу беҙгә күрһәтмә имтихандар һәм “Йәш һөнәрмәндәр” WorldSkills чемпионаттарын үткәреү, шулай уҡ заманса халыҡ-ара стандарттар буйынса аграр белгестәр әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк, - ти Аксен агросәнәғәт колледжы директоры Ришат Әбделвәлиев.

Читайте нас: