Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2019, 19:08

Эшлекле һөйләшеү булды

Никифар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте.

Сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шарапова Гөлшат Мохтасар ҡыҙы етәкселегендә 5-9-сы класс уҡыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль монтаж күрһәтте. Шулай уҡ Театр йылына арналған «Әлшәй Мәргән – ил ағаһы, ырыу башы» тип аталған тамаша ла тәҡдим ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, был сараларға уҡытыусы төрлө милләт балаларын да йәлеп иткән, улар башҡортса матур итеп һөйләшә, шиғырҙар ятлай, йырҙар йырлай.

Юғары категориялы уҡытыусы Гөлшат Шарапова 32 йыл ғүмерен балаларға туған тел өйрәтеүгә бағышлаған. Пионерҙар йорто тарафынан асылған “Башҡорт фольклоры” түңәрәген дә алып бара ул. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар

яулай. Был көндө лә коллегалары уның эшенә ыңғай баһа бирҙе һәм эшендә уңыштар теләне.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтеуҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезы делегаттары үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Үҙ сығышында район мәғариф бүлеге методисы Светлана Фәнил ҡыҙы Шарипова: “ Башҡорт телендә һөйләшеү модаға инергә тейеш. Телдең бәҫен күтәреү, һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт йолаларын тергеҙеү, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыҙ,” – тине.

Съезда ҡатнашҡан делегаттар Рузилә Зиннур ҡыҙы Ҡотлогилдина, Флүрә Риф ҡыҙы Хәмиҙуллина, Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова ла үҙ фекерҙәрен әйтте.

Раушания УСМАНОВА,

Сурай мәктәбе уҡытыусыһы.

Читайте нас: