Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2019, 13:08

“Телде теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк”

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезы уҙҙы.

Мәртәбәле форумда 700-ҙән ашыу делегат: Дәүләт думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республиканың ҡала һәм район мәғариф бүлектәре етәкселәре һәм методистары, Рәсәйҙең 12 төбәгенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Форум программаһы бай йөкмәткеле ине: республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Өфө ҡалаһының башҡорт гимназия һәм лицейҙарында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторолдо, унда башҡорт телен өйрәнеү, уҡытыу методикаһы, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү, мәҙәниәт, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм интернет селтәрендә башҡорт телен популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Съездың пленар өлөшөндә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны, ул, уҡытыуҙың мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле алымдарын ҡулланып, мөғәллимдәрҙе телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә саҡырҙы. “Телде кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Тағын да шуныһы – туған телдә аралашырға теләүселәрҙе хаталанһа ла, акцент менән йәки диалектта һөйләшһә лә, ситләтмәйек. Бер генә һүҙ әйтһә лә – афарин! Йәмғиәттә башҡорт теленең мөһимлеге һәм кәрәклеге тойолорға тейеш”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы.

Бүләкләү тантанаһында Әлшәй уҡытыусылары ла билдәләп үтелде. М. Буранғолов исемендәге лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рүзилә Зиннур ҡыҙы Ҡотлогилдина – БР Мәғариф министрлығы Почет грамотаһына, ә Раевка 2-се урта мәктәбенән Флүрә Риф ҡыҙы Хәмиҙуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Бөгөн республика мәктәптәрендә 14 туған тел уҡытыла. Уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителгән. Башҡорт телен үҫтереү фонды булдырылған. Иң яҡшы проекттарға республика Башлығы гранттары бирелә.

Читайте нас: