Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Апрель 2019, 12:34

Йылдар үтә, әммә һәр яҙ һайын хәтирәләр йәнә яңыра...

Советтар Союзы Геройы Павел Федорович Щербаков иҫтәлегенә сираттағы фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы.

Ете йыл элек ошондай сара үткәреүҙе мәктәптең педагогик коллективы тәҡдим иткәйне. Бындай инициативаны район хакимиәте, мәғариф бүлеге һәм республиканың Мәғарифты үҫтереү институты хуплап ҡаршы алды.

Быйыл да илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү, бурысҡа тоғролоҡ был мөһим сарала ҡатнашыусыларҙың сығыштарында төп тема булды. “Щербаков уҡыуҙары” 2014 йылдан алып республика кимәлендә уҙғарыла башланы.

- Илебеҙ яҙмышына битараф булмаған, Тыуған илебеҙ тарихындағы бөйөк көндәр тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлаған кешеләрҙе беҙҙең белем усағы бөгөн йәнә ишектәрен киң асып ҡаршыланы, - тине 4-се мәктәп директоры П. П. Кулагин сараның пленар өлөшөн асып.

Сара Павел Щербаковтың тормошона һәм батырлығына арналған презентация менән башланып китте, унда 450-нән ашыу уҡыусы (ситтән тороп ҡатнашыу этабында – 1300-ҙән ашыу) ҡатнашты.

“44-се мәктәпте тамамлаған Советтар Союзы Геройы Павел Щербаков тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереү өсөн быйыл һигеҙенсе тапҡыр йыйылдыҡ. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, айырыуса был мәртәбәле сараға алыҫ райондарҙан килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ”, - тине йыйылыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов.

Быйыл 4-се мәктәп күрше райондарҙан ғына түгел, республикабыҙҙың алыҫ төбәктәренән – Федоровка, Ҡырмыҫҡалы, Илеш, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарынан да уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын ҡабул итте. 1700-ҙән ашыу ижади эш жюри ҡарамағына тапшырылды.

“Мәғариф учреждениеларында уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып барыла. Айырыуса 4-се мәктәп коллективына рәхмәт белдерге килә. Бөгөнгө сара ла уңышлы үтер, тип ышанам – тине мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Вәлиәхмәтов.

Пленар өлөштә уҡыусыларҙың сығыштары дауам итте. Башҡорт лицейы уҡыусыһы Азалия Ҡотлогилдина үҙенең фәнни-тикшеренеү эшен башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың Әлшәй районындағы эшмәкәрлегенә арнаған. Артабан йыйылыусыларҙың иғтибарына Миәкә районы балалар телестудияһының 5-8-се синыф уҡыусылары төшөргән “Донъяға балалар күҙе менән” тип аталған видеоролик күрһәтелде. Ул Ленинград блокадаһын өҙөүҙең 75 йыллығына арналған.

Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбенән 10-сы синыф уҡыусыһы Елизавета Миронованың блокадасы Модеста Павлович Зыгар тураһында “Бөтә ил тарихын сағылдырған тамсы” тип аталған фәнни- тикшеренеү эшен залда ултырыусылар бик йылы ҡабул итте. Ул иҫән сағында меңдәрсә балаларҙың, шул иҫәптән үҙенең дә иңенә төшкән ҡот осҡос блокада йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Раевка станцияһының элекке 44-се мәктәбендә урынлашҡан балалар йорто трәбиәләнеүсеһе Эдуард Хиль өсөн дә һуғыш йылдары эҙһеҙ үтмәй. “Һуғыш һөрөмө ҡаплаған бала саҡ” видеоролигы уға арналды.

- Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөнгө быуын бөтә ил халҡының батырлығын, тарихыбыҙ менән бәйле кешеләрҙе онотмай, - тине республика Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты М. В. Нуретдинова, был мөһим сараны үткәреүгә ҙур өлөш индергән 4-се урта мәктәп коллективына, балаларға рәхмәтен белдереп.

Шулай уҡ БР Мәғарифты үҫтереү институтының уҡытыу-методика эше буйынса проректоры Л. Ф. Шәкүрова сығыш яһаны, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы профессоры И. Е. Карпухин үҙенең шиғырҙарын уҡыны.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә 75 йыл тулыуға арналған конференцияла уҡытыусыларҙың фәнни-методик семинары ла уҙҙы, унда шиғыр һөйләүселәрҙең - 12 һәм фәнни-тикшеренеү эштәренең 10 секцияһы ойошторолдо.

Быйыл “Щербаков уҡыуҙары”на 800-ҙән ашыу һүрәт һәм 400 инша тәҡдим ителде. Иң яҡшы һүрәттәр “Блокадалағы Ленинград” һәм “Башҡортостан, тыуған ерем һәм һауам...” тип аталған күргәҙмәләргә ҡуйылды. Традиция буйынса, ижади конкурстар еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар тапшырылды.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, секцияларҙа уҡыусылар эштәрен рус, башҡорт һәм инглиз телендә тәҡдим итте. Башланғыс синыф уҡыусылары ла ситтә ҡалманы, улар остаздары-уҡытыусылары етәкселегендә ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләгән.

“Щербаков уҡыуҙары” – үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә мөһим патриотик сара, ул һуғыш йылдарында үлемһеҙ батырлыҡ күрһәткән яугирҙәрҙе, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған тыл эшсәндәрен онотмаҫҡа саҡыра.

Читайте нас: