Әлшәй хәбәрҙәре
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Апрель 2019, 13:37

Мәктәптәр ҡасан биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә?

Бик күп уҡыусылар һәм ата-әсәләр ошо һорауға яуап көтә

- 1 апрелдән, яҙғы каникул тамамланғандан һуң, райондың бөтә мәктәптәрендә лә беренсе-дүртенсе синыф уҡыусылары, ә был 14 урта һәм 8 төп дөйөм белем биреү учреждениеһы, биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсте, - тип яуап бирҙе мәғариф бүлеге етәксеһе Алик ВӘЛИӘХМӘТОВ. – Өлкән синыф уҡыусылары яңы уҡыу йылы башынан, 1 сентябрҙән биш көнлөк уҡыуға күсәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү тураһында башланғыс менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров февраль айында уҡ “Ҡанатлан” тәүге мәғариф форумында сығыш яһағайны. Радий Фәрит улы балаларға мәктәп программаһы ауыр, дәрестәр саманан тыш күп һәм ял көндәрен улар ғаиләһе менән үткәрергә тейеш, тип билдәләне. Республика етәксеһе 32 шәмбе көнөнөң һигеҙен мәктәп сараларына арнарға тәҡдим итте.

Читайте нас в