Әлшәй хәбәрҙәре
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март 2019, 17:50

Һәр көн бында - үҙе бер байрам

Кескәйҙәргә һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарап, үҙ аллы шәхес формалаштырыу өсөн бында ныҡлы нигеҙ һалына.

Раевка 3-сө балалар баҡсаһы асылыуға ла биш йыл үтеп китте. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы өсөн был көндәлек тырыш хеҙмәттә үткән бай йөкмәткеле йылдар, педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр менән ғорурланыу, бәхетле минуттар кисереү миҙгелдәре булды.

2014 йылда ике ҡатлы бинаға капиталь ремонт яһалып, яңыртып төҙөгәндән һуң 105 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Шул ваҡыттан алып бында бик күп ваҡиғалар уҙҙы, тәрбиәләү һәм үҫтереү алымдары камиллашты. Әммә иң мөһиме – ул кескәйҙәрҙең икенсе тыуған йортона әйләнде, беҙ, ата-әсәләр ҙә, балаларыбыҙ өсөн ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Бында баҡса мөдире Э. М. Ғәзиева етәкселегендә үҙ һөнәрен бөтә күңелен һалып башҡарған кешеләр эшләй. Балалар баҡсаһының һәр бүлмәһен, һәр мөйөшөн уңайлы итеү өсөн бар тырышлығын һалған улар. Эльвира Муса ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә егерме йылдан ашыу хеҙмәт һала. Балалар тәрбиәләүгә бөтә йөрәген биргән, коллегаларына һәм ата-әсәләргә ихтирамлы мөнәсәбәттә булған педагогҡа новаторлыҡ һәм ижад, оҫталыҡ һәм талапсанлыҡ, эрудиция кеүек матур сифаттар хас. Уның етәкселегендә был учреждение күп тапҡырҙар төрлө конкурстарҙа еңде һәм приздар яуланы.

Баҡсаны төҙөкләндереүҙә ата-әсәләр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Дөйөм тырышлыҡ менән ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды, сәскә түтәлдәре яһалды, сюжетлы, дидактик һәм хәрәкәт уйындары өсөн кейемдәр тегелде.

Бында эшләгән һәр хеҙмәткәр үҙ эшен яуаплы башҡара. Кескәйҙәргә һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарап, үҙ аллы шәхес формалаштырыу өсөн ныҡлы нигеҙ һалына. Балаларының ҙур теләк менән баҡсаға барыуҙарына һөйөнгән, һәр көн иртән уларҙы тәрбиәселәрҙең түҙемһеҙләнеп көтөүҙәрен белгән ата-әсәләрҙең ихлас рәхмәт һүҙҙәре педагогтарҙың хеҙмәтенә иң ҙур баһа булып тора.

Читайте нас в