Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март 2019, 12:26

Йәш робототехниктар мәктәбе

Мәскәүгә барыр алдынан бөтә варианттарҙы ла ныҡлап ҡарарға кәрәк. Программаһы теүәл яҙылып һәм тотҡарлыҡһыҙ эшләгән робот ҡына еңеү яулаясаҡ.

Раевка 4-се урта мәктәбенең “Йәш робототехник” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙар ике йыл элек Мәскәүҙә уҙған “РобоФест-2017” Бөтә Рәсәй робототехника фестивалендә беренсе урын алғайны. Уларҙың “Краб из “Толтека” яйланмаһы “Сортировщик” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Тиҙҙән уларҙы йәнә илебеҙ баш ҡалаһына сәфәр көтә. Мәктәп командаһы “РОБОПРОМ-2019” III республика робототехника фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны һәм “Хәрәкәт итеүсе шорт-трек” номинацияһында – көмөш, “Micro Mouse” номинацияһында бронза миҙал алды.

Информатика бүлмәһенә, унда робототехника буйынса дәрестәр үтә, малайҙар йыйылды. Улар төрлө олимпиадалар һәм ярыштарҙа ҡатнаша, барыһы ла аҡыллы, әүҙем һәм бик тырыш егеттәр. Роботтарҙы үҙҙәре йыя, программалар ҙа төҙөйҙәр. Дәрестәрҙе Илдус Илдар улы Баймөхәмәтов үткәрә. Ул үҙе лә бала саҡтан төрлө конструкторҙар төҙөргә яратҡан. Күптән түгел мотоблокка ике трактор-адаптер йыйған.

Иван Зайцев һәм Денис Мостафин эшләгән луноход бирелгән йүнәлеш буйынса кәртәләрҙе ситләп үтеп, кәрәк саҡта туҡтай һәм башҡа ҡатнашыусыларға юл биреп хәрәкәт итә. Малайҙар аңлатыуынса, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барлыҡ командаларҙы теүәл үтәүгә өлгәшеү бик ҡыйын, шуға ла Мәскәүгә барыр алдынан бөтә варианттарҙы ла ныҡлап ҡарарға кәрәк. Программаһы теүәл яҙылып һәм тотҡарлыҡһыҙ эшләгән робот ҡына еңеү яулаясаҡ.

- Дүрт йыл элек директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Римма Радик ҡыҙы Вәлиәхмәтова башланғысы менән мәктәптә “Йәш робототехник” түңәрәге эшләй башланы, унда 4-7-се синыф малайҙары шөғөлләнә, - ти Илдус Илдар улы. – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Фәнни-мәғариф үҙәге һәм “Толтек Плюс” уҡыу үҙәге менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ районыбыҙҙы республика һәм бөтә Рәсәй сараларында лайыҡлы тәҡдим итә башланы.

Дәрестәрҙә балалар иң ябай моделдәрҙән алып, ҡатмарлы механизмдарға тиклем (3D принтерҙарҙы ла индереп) төрлө яйланмаларҙы өйрәнә. Arduino микроконтроллерҙар базаһында эшләнгән роботтар электроника, тимер сымдар, тимер, быяла һәм пластика йыйылмаһынан тора. Электроника һәм моторҙар интернет-магазиндан һатып алынһа, корпустары төрлө материалдарҙан яһала.

- Уҡыу барышында малайҙар эш тәртибен, микросхемалар өйрәнә, роботты программалаштырыу серҙәренә төшөнә, - ти Илдус Баймөхәмәтов. – Робототехника түңәрәгендә уҡыусылар 3D моделләштереү, программалаштырыу, проектлаштырыу тураһында мәғлүмәт ала. Балалар, әлбиттә, эште иң ябай роботтар йыйыуҙан башлай, артабан инде уларҙы ҡатмарлыраҡ моделдәр төҙөргә өйрәтәбеҙ.

Эйе, малайҙар бәләкәй саҡтан уҡ машиналар менән уйнарға ярата, уларҙы һүтеп-ҡора, уйынсыҡтың механизмдарын өйрәнә. Был күнекмәләр баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн үҙенсәлекле роботтар яһаған үҫмерҙәр киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса программист, конструктор йәки башҡа һөнәр һайлар, моғайын.

Читайте нас: