Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2019, 12:02

“Щербаков уҡыуҙары”

Илһөйәрлек рухын юғалтмай.

2012 йылда Раевка 4-се мәктәбендә тәүге район фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы, уның маҡсаты 1937 йылда ошо белем усағын тамамлаған Советтар Союзы Геройы Павел Федорович Щербаковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү ине. Ике йылдан һуң сара тағы ла юғары статус алып, республика кимәлендә үткәрелә башланы.

Быйыл был конференция 20 мартта уҙа, ул Башҡортостандың 100 йыллығына, Ленинградтың фашист блокадаһынан тулыһынса азат ителеүенә 75 йыл тулыуға арнала. Сара сиктәрендә уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы, уҡытыусыларҙың методик семинары һәм яттан шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелә.

Ситтән тороп үткән этапҡа 1100 уҡыусы ижади эштәре – һүрәттәр, иншалар, видеороликтар тәҡдим итте. VIII “Щербаков уҡыуҙары”нда уҡыусылар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡлаясаҡ.

Читайте нас: