Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март 2019, 16:34

Беник Фарманян – биш төбәк олимпиада призеры

Һәр мәктәптең төп ҡаҙаныштарының береһе – уның уҡыусылары, ҙур өмөттәр бағланған, илебеҙ киләсәген төҙөйәсәк һәләтле балалар.

Раевка 2-се урта мәктәбендә лә ғорурланырлыҡ уҡыусылар күп. Уларҙың фән өлкәһендә, ижадта, спортта һәм йәмәғәт тормошонда даими ҙур уңыштарға өлгәшеүенә, һәләтле балаларҙың тырышлығына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Быйылғы уҡыу йылында, мәҫәлән, Беник Фарманян - рус теле, биология, экология, география һәм химия фәндәре буйынса биш төбәк олимпиадаһы призеры булды.
Төрлө йүнәлештә, төрлө өлкәлә ни тиклем һәләтле булһаң да, ныҡышмалылыҡ һәм көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт кенә ҙур һөҙөмтәләргә килтерә. Беник та тап шундайҙарҙың береһе, бәләкәй саҡтан уҡ ул фән үрҙәрен яулау теләге менән яна. Дәрестәрҙә иғтибарлы, һәр мәғлүмәтте хәтеренә һалып барырға тырыша. Бишенсе синыфта уҡ рус теле менән ҡыҙыҡһына башлай, иншалар конкурсында ҡатнаша, проекттар төҙөй. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары фән менән генә сикләнмәй. Ул күп уҡый, шахмат ярыштарында мәктәп данын яҡлай, синыфташтары ла уны хөрмәт итә. Атаһы Гегам Геворкович һәм әсәһе Анаит Владимировна ла улдарының уңышына ҡыуанып бөтә алмай. Әлбиттә, 2-се мәктәп уҡытыусыларының көндәлек тырыш хеҙмәте, һөнәри оҫталығы рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, уларҙың ярҙамынан башҡа Беникка бындай үрҙәр яулау еңел булмаҫ ине.
Мәғариф бүлеге.
Читайте нас: