Унда 60-тан ашыу кеше ҡатнашты. Барыһы ла ысын имтихандағы кеүек булды. Аудиторияла аудио һәм видео яҙма алып барылды, телефон бәйләнешен тотҡарлау системаһы эшләне. Имтиханға индереү БДИ үткәреү тәртибенә ярашлы башҡарылды. Ата-әсәләр база кимәлендәге математика буйынса һынау тотто.