Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль 2019, 17:06

Йондоҙсоҡтар мәктәбе

Һәләтле балалар - М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының төп ҡаҙаныштарының береһе.

Эйе, был белем усағы ғорурлана ала, сөнки һәр йылды бында яңы йондоҙсоҡтар “ҡабына”. Быйылғы йондоҙсоҡтарҙың береһе – 11-се синыф уҡыусыһы Ынйы Мортазина.
Был һәләтле ҡыҙҙың уңыштарына һоҡланмау мөмкин түгел. Ул йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа призлы урындар ала. Тәү ҡарашҡа йомшаҡ күңелле булып тойолған был яғымлы ҡыҙ ысынында иһә ҙур ихтыяр көсөнә эйә. Әлбиттә, юғары маҡсаттарға ирешеү өсөн хеҙмәт һөйөргә кәрәк, Ынйы ла был йәһәттән синыфташтарына өлгө күрһәтә. Быйыл ул уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре һәм инглиз теле буйынса призлы урын яуланы.
“Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы”, тип бик дөрөҫ әйтәләр. Ынйы тап шундай уҡыусыларҙың береһе. Ул шахмат менән уңышлы шөғөлләнә, йәштәр араһында республианың иң яҡшы ун шахматсыһы иҫәбенә ингән.
Эйе, һәр кешенең ниндәйҙер һәләте була. Әммә уңышҡа ирешеү өсөн был һәләтте асырға, уны үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән лицейҙа балалар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыла, тимәк киләсәктә лә бында яңы йондоҙсоҡтар ҡабыныр, тип ышанабыҙ.
Рәсимә ҺӘҮБӘНОВА,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: