Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2019, 13:48

Башҡортостан мәғарифын бер нисә йылға алға

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Ҡанатлан!” форумында мәғарифты үҫтереү буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

“Илебеҙ Президенты бер нисә милли проект тәҡдим итте. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – “Мәғариф” проекты. 2024 йылда беҙ белем биреү сифаты буйынса иң яҡшы ун ил иҫәбенә инергә тейешбеҙ. Был бик ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс. Ләкин бөгөн мин башҡа тема - балаларыбыҙ, уҡыусылар тураһында һөйләшкем килә, беҙҙең команда эшләгән бер нисә мәсьәлә буйынса фекер алышырға тәҡдим итәм” – тине Радий Хәбиров, тәүге мәғариф форумын асып.

Биш көнлөк уҡыу

Төбәк етәксеһе иң тәүҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, мәктәп программаһы бик ауыр һәм балалар ял көндәрен ғаиләһе менән үткәрергә тейеш. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскәндә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы ла, отпускылары ла һаҡланасаҡ. 32 шәмбе көнөнөң һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.

Мәҫәлән, тәүге шәмбелә дөйөм мәктәп спартакиадаһын үткәрергә мөмкин, унда 1-11-се синыф уҡыусылары спорт ярыштарында ҡатнаша ала. Икенсе шәмбене тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышларға, күренекле яҡташтар менән осрашыуҙар уҙғарырға була. Өсөнсөһөндә, төбәк етәксеһе фекеренсә, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнергә мөмкин. Быларҙың бөтәһе лә берҙәм мәктәп йәмғиәте формалаштырырға һәм күп кенә проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк.

“Беҙ балаларыбыҙҙың мәктәпте һау-сәләмәт, матур һәм бәхетле кешеләр булып тамамлауын теләйбеҙ һәм шуға күрә мин биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә тәҡдим итәм”, - тине Радий Хәбиров.

Оло тормошҡа әҙерлек

Радий Хәбировтың икенсе тәҡдиме - мәктәптәрҙә “Ҡанатлан!” программаһын индереү.

“Балаларыбыҙ ауыл мәктәбен тамамлап оло тормош юлына аяҡ баҫҡас, уларға ниндәйҙер конкурентлы өҫтөнлөктәр бирергә кәрәк. Минең бындай программа төҙөү буйынса тәжрибәм бар, уны республикабыҙ мәктәптәренә лә индерергә тәҡдим итәм”, - тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы.

Нимә ул “Ҡанатлан!”? Был программаға ярашлы, беҙҙең мәктәп тамамлаусылар элекке кеүек шофер таныҡлыҡтары алып белем усағынан китәсәк, шахмат уйнарға өйрәнәсәк, милли мәҙәниәтте һәм телдәрҙе беләсәк, инглиз телендә аралаша аласаҡ. Радий Фәрит улы бөтә балаларҙы вальс бейергә өйрәтергә һәм уҡыу курсын республика күләмендә ҙур мәктәп вальсы менән тамамларға тәҡдим итте. Йәштәрҙе ауыл мәктәптәренә

Бөгөн йәш белгестәрҙең, шул иҫәптән уҡытыусыларҙың ауылға эшкә барырға теләмәүе бер кемгә лә сер түгел. Шунлыҡтан етәкселектең мөһим бурысы – йәштәрҙе ауыл мәктәптәренә йәлеп итеү.

Был йәһәттән Радий Хәбиров “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын раҫларға тәҡдим итте, бының өсөн ауыл уҡытыусыларына 600-әр мең һум 100 грант биреү өсөн быйыл уҡ бюджетҡа 60 млн һум аҡса һалынасаҡ. “Был сара төҙөлөш өсөн ер участкаһы бүлеү тураһындағы тәҡдим менән берлектә уҡытыусыларҙы ауыл мәктәптәренә йәлеп итеүгә булышлыҡ итер, улар унда ҡалып йәшәһә һәм эшләһә, ауылдарыбыҙ ҙа йәшәр һәм күркәмләнер ине”, - тип билдәләне ул.

Мәктәп автобустары

Республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп автобусы һәм ата-әсәләр балаларының ғүмерен ышанып тапшырған 1,5 мең шофер иҫәпләнә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, мәктәп директоры автобус килдеме-юҡмы икән, тип борсолорға тейеш түгел, тип билдәләне. Бының менән пассажирҙар йөрөтөү буйынса профессиональ ойошма шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ ул Транспорт буйынса дәүләт комитетына үҙ эшен намыҫ менән башҡарған мәктәп автобусы шоферҙарын дәртләндереү сараларын уйларға тәҡдим итте.

Мәктәптә әхлаҡи һәм психологик климат, ирекмәндәр хәрәкәте

“Мин дә, һеҙ ҙә мәктәп уҡыусылары булған саҡта буллинг, скулшутинг, кибербуллинг һәм башҡа шундай терминдар барлыҡҡа килер, тип уйламаныҡ та. Һүҙ мәктәптә әхлаҡи һәм психологик климат тураһында бара. Беҙ республикала шундай осраҡтарҙың булыуы тураһында белергә тейешбеҙ”, – тине Р. Ф. Хәбиров.

Ул балаларҙы эҙәрлекләү, уларҙы мәсхәрәләү осраҡтарына юл ҡуймаҫҡа һәм уҡыусыларға, бөтә мәғариф системаһына зыян килтергән яуызлыҡты туҡтатыу өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә саҡырҙы. Радий Фәрит улы мәктәптәрҙә волонтерлыҡ хәрәкәтен нығытырға һәм үҫтерергә тәҡдим итте. Был уҡыусылар мәктәпте белемле кешеләр булып ҡына түгел, ә аныҡ гражданлыҡ позицияһы һәм дөрөҫ әхлаҡи тәрбиәгә эйә булып тамамлаһын өсөн кәрәк

Һәләтле балалар, тиң мөмкинлекле мәктәптәр

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәләтле балалар өсөн дәртләндереүҙәр системаһы булдырыу тураһында фекерҙәре менән дә уртаҡлашты. Студенттар хатта Мәскәү, Санкт-Петербург йәки башҡа ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа, тыуған республикаларына ҡайтып эшләһен.

Радий Фәрит улы шулай уҡ уҡыу йорттарының тиң мөмкинлектәргә эйә мәктәптәр булып китеүе тураһында ла уйларға тәҡдим итте, унда һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың сәләмәт тиҫтерҙәре менән бер рәттән уҡырға йөрөүе һәм психофизиологик, аҡыл үҫеше өсөн берҙәй шарттарҙан файҙалана алыуы мөһим.

- Әгәр беҙ рейтинг формаһын индереп, уның һөҙөмтәләре буйынса йыл һайын тантаналы рәүештә иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл мәктәбен иғлан итһәк, был учреждениеларҙы артабан үҫтереү өсөн ҙур ғына гранттар ҙа бирһәк, был да мәктәптәребеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, - тип йомғаҡланы сығышын Радий Хәбиров.

Фәнүзә СУФИЯНОВА әҙерләне.
Читайте нас: