Мәҫәлән, Шафран мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Илья Мәсәлимов (уҡытыусыһы А. Е. Кутьенков) 9-сы синыф уҡыусылары араһында информатика буйынса олимпиаданың төбәк этабында еңеү яуланы.
Биология буйынса олимпиадала 4-се мәктәптән 10-сы синыф уҡыусылары Булат Гәрәев (Р. Ю. Третьякова), М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Әлиә Хөсәйенова (Л. С. Шириязданова) һәм 2-се мәктәптән Беник Фарманян (Э. Ә. Ғәлләмова) призлы урындар алды.
Әҙәбиәт буйынса 4-се мәктәп уҡыусылары Влада Остахова (9-сы синыф, уҡытыусыһы Л. А. Баһаманова) һәм Алина Насретдинова (11-се синыф, Э. Ш. Шевяхова), шулай уҡ гимназияның 11-се синыф уҡыусыһы Екатерина Лапина (З. С. Садиҡова) еңеүсе булды.
Фото: Яндекс