Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль 2019, 12:33

“Ҡанатлан!”

Өфөлә тәүге мәғариф форумы уҙҙы.

Сарала 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, уларҙың күбеһе - мәктәп директорҙары. Форумды асыуҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

- Илебеҙ Президенты бер нисә милли проект тәҡдим итте. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – “Мәғариф” проекты. Дөйөм алғанда, 2024 йылда беҙ белем биреү сифаты буйнса иң яҡшы ун ил иҫәбенә инергә тейешбеҙ. Был бик ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс, - тип билдәләне республика етәксеһе һәм фекер алышыу өсөн бер нисә тәҡдим индерҙе. Атап әйткәндә, биш көнлөк уҡыуға күсеү, республика мәктәптәрендә “Ҡанатлан!” программаһын индереү, ул өлкән синыф уҡыусыларына тормошта үҙ юлын һайларға һәм оло тормош юлына аяҡ баҫыуға әҙерләнеүгә булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү, һәләтле балаларға айырым иғтибар бүлеү, республиканың иң яҡшы мәктәптәрен ҙур гранттар менән дәртләндереү.

Радий Хәбиров шулай уҡ халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүселәренә, уларҙы әҙерләгән һәм республика Башлығы премияларына лайыҡ булған уҡытыусыларға дипломдар тапшырҙы.

Форум сиктәрендә ун фекер алышыу майҙансығы эшләне.

Читайте нас: