Кремлдә үткән Яңы йыл тантанаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән биш мең ярымдан ашыу бала йыйылды. Улар иҫәбендә Башҡортостандан 114 уҡыусы – уҡыуҙа, йәмәғәт эшендә, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә, спортта уңышҡа өлгәшкән, төрлө конкурстар һәм олимпиадаларҙа бер нисә тапҡыр еңеү яулаған 4-7-се синыф уҡыусылары, шулай уҡ балалар йорто һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр, социаль яҡтан яҡланмаған ғаиләләрҙән һәм ата-әсәләре “ҡайнар нөктә”ләрҙә һәләк булған балалар ҙа бар.
Бик күп ҡыҙҙар һәм малайҙар барырға хыялланған шыршы байрамында уҡыу алдынғыһы, бер нисә тапҡыр олимпиадалар еңеүсеһе һәм призеры булған талантлы спортсы-баскетболсы Денис Зыязетдинов та ҡатнашты. Мәскәүҙән ҡайтҡас та, беҙ уның тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.
- Был, ысынлап та, минең өсөн онотолмаҫлыҡ сәфәр булды. Мин беренсе тапҡыр самолетта остом илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе күрҙем! Һәм, әлбиттә, тәүге тапҡыр шундай ҙур байрамда ҡатнаштым! – тип ихлас йылмайып һөйләй башланы Денис.
- Самолетта осоу миңә бик оҡшаны. Ә Мәскәү әкиәттәге кеүек – ул беҙҙе мең төрлө төҫтәр менән балҡып ҡаршы алды. Кремль һарайының байрамса биҙәлгән фойеһындағы Яңы йыл шыршыһына миллионлаған уйынсыҡ, оҙон-оҙон гирляндалар эленгәйне. Бында ғәйәт ҙур күңел асыу программаһы ойошторолдо. Бинаның һәр ҡатында уйын майҙансыҡтары, техник, ижади һәм сәнғәт оҫтаханалары эшләне. Беҙ төрлө ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындар уйнаныҡ. Артабан “Ер планетаһы сере” тигән тылсымлы Яңы йыл әкиәте башланды. Ә декорациялар, костюмдар һәм геройҙар иҫ киткес ине!
Беҙ “Измайлово” ҡунаҡхана комплексында йәшәнек. Төп Яңы йыл иртәлегенән тыш, беҙгә “Бәләкәй йөрәк тураһында баллада” тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр, ул комплекстың концерт залында уҙҙы. Артабан мауыҡтырғыс экскурсия ойошторолдо һәм барыһына ла татлы бүләктәр тапшырылды.
Шундай һоҡланғыс, әкиәти байрамда ҡатнашыуым, унда яңы дуҫтар табыуым менән бик бәхетлемен. Кремль шыршыһы оҙаҡ хәтеремдә һаҡланыр әле!