Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Декабрь 2018, 19:11

Оло асыштарға әйҙәй уҡытыусы

Иң сағыу, мөләйем, талантлы, эрудициялы һәм креатив педагогтар йыл һайын үткәрелә торған һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты.

Традиция буйынса конкурс “Йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы” “Йәш уҡытыусы” кеүек традицион йүнәлештәрҙе берләштерҙе.
Финалға сығыу хоҡуғы өсөн балаларға төрлө фәндәрҙән белем биреүсе 34 мөғәллим көс һынашты. Әйтергә кәрәк, һынауҙар бик етди ине. Жюри ағзаларына ла эш еңелдән булманы, уның составында райондың иң көслө педагогтары инде, уларҙың күбеһе - үткән йылдарҙағы конкурс еңеүселәре һәм призерҙары.
Бәйгеселәр яңы һөҙөмтәле эш формаларын һәм алымдарын, инновацион тәжрибә, импровизациялау һәләтен дә күрһәтте. Эштәрҙең йөкмәткеһе төрлө булһа ла, бурыстар уртаҡ ине - уҡыусыларҙың фекерләү һәм ижад ҡеүәһен үҫтереү, белем сифатын күтәреү, ысын шәхес тәрбиәләү.
Лицей, гимназия, 4-се мәктәп, 5-се һәм 7-се балалар баҡсалары, Пионерҙар йорто ҡаҙаныштар күрһәтеү майҙансығына әйләнде. Бында оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.
Район мәҙәниәт һарайында уҙған бүләкләү тантанаһында уҡытыусылар исеменә был көндө бик күп изге теләктәр яңғыраны. Конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин ихлас сәләмләне һәм был традицион бәйге, иң элек, талантлы педагогтарҙы асыҡлау һәм хуплау, тәжрибә уртаҡлашыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелә, тип билдәләне.
Призерҙарҙы һәм еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов, республика Мәғариф министрлығының етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү һәм балалар хоҡуҡтарын яҡлау етәксеһе Т. Г. Хурсан, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы рәйесе Г. М. Кашапова, мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Н. Н. Степанова, мәғариф бүлеге баш инспекторы З. А. Чупова бүләкләне.
Көслө алҡыштар аҫтында финалға сығыусыларҙың исемдәре иғлан ителә. Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Ольга Рузанова һәм Миләүшә Муллағәлина танылды. Раевка 2-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Ренара Руденко – иң йәш йыл уҡытыусыһы, 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльвина Курачко - мәктәпкәсә белем биреү педагогы, “Һынлы сәнғәт” берекмәһе педагогы Ләйсән Ситдиҡова өҫтәмә белем биреү педагогы исеменә лайыҡ булды. Ә гимназияның математика уҡытыусыһы Лиана Моратоваға “Йыл уҡытыусыһы-2019” исеме бирелде.
Дәртләндереү номинацияларында еңеүселәр – Мәндән мәктәбенән география уҡытыусыһы Эльвира Мифтахова, Шафран мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Анна Сәлихова, гимназиянан һәм Тавричанка мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәты уҡытыусылары Ләлә Ханнанова һәм Клара Сәрүәретдинова, Пионерҙар йорто педагогы Гөлшат Муллагилдинаға махсус дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды.
Раевка 2-се урта мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы Альбина Әхмәҙиева, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы – Зимфира Ибәтуллина, лицейҙан - башланғыс синыф уҡытыусыһы Марина Миңлебаева, гимназиянан – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Людмила Плотникова, Уваровка мәктәбенән – башланғыс синыф уҡытыусыһы Софья Афрамеева, 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Мөхәмәтйәнова, Пионерҙар йорто педагогтары Алһыу Баянова һәм Айгөл Камалетдинова конкурс лауреаттары булды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, сәскә гөлләмәләре тапшырылды, йәш таланттар һәм район мәҙәниәт һарайы артистары сағыу концерт номерҙары күрһәтте. Алда еңеүселәрҙе тағы ла бер етди һынау - республика бәйгеһе көтә, уларға яңы ижади асыштар һәм уңыштар теләйбеҙ.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотолары.
Йыл уҡытыусыһы Лиана Моратова.
Финалға сығыусылар.
Читайте нас: