Республиканың 33 уҡытыусыһы 2018 йылдың иң яҡшы уҡытыусылары Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде һәм 200 мең һум аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының тарих һәм Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре уҡытыусыһы Зөфәр Йәғфәр улы Гәрәев һәм Раевка 4-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Шамил ҡыҙы Шевяхова ла бар.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары Зөлиҙә Нәсимйән ҡыҙы Гәрәева һәм Айгөл Рәйес ҡыҙы Вәлиева иң яҡшы рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыларының республика конкурсында еңеүгә иреште һәм 50-шәр мең һум премияға лайыҡ булды.
мәғариф бүлеге баш инспекторы.