Һәр ваҡыттағыса, икенсе ҡатта презентация майҙансығы урынлаштырылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта һәр мәктәп, балалар баҡсаһы үҙҙәренең һөҙөмтәле эш алымдары менән таныштырҙы, инновацион тәжрибәләрен күрһәтте.
Сараның пленар өлөшөн район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары З. З. Әхмәтов асты. Район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин да, йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләп, яңы ижади бейеклектәр, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне.
Район педагогтары йәйге һауыҡтырыу кампанияһын сифатлы үткәргән һәм бөтә саралар планын тулыһынса үтәгән. Балалар өсөн лагерҙар ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ эшләне. Шулай уҡ бөтә мәғариф учреждениеларында ремонт үткәрелде. Мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү буйынса ла ҙур эш алып барыла.
- Мәғариф системаһында оптимизациялау эштәре дауам итә, - тине Дамир Радик улы. – Быйыл Раевкала киске мәктәп бөтөрөлдө, Воздвиженка һәм Сураҡай мәктәптәрендә лә үҙгәрештәр булды. Оптималләштереүҙең төп сәбәбе – балалар һаны кәмеүе.
Кадрҙар мәсьәләһе лә борсоуға һала. Мәғариф учреждениеларында рус теле, физика, химия, география һәм инглиз теле уҡытыусылары етешмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң районға ҡайтырға ашыҡмай, йәш белгестәргә аҡсалата ярҙам бирелеүе лә уларҙы ҡыҙыҡтырмай.
Сығарылыш синыфы уҡыусыларын әҙерләү сифаты педагогик коллективтың мөһим эш күрһәткесе булып тора. 9-сы синыфтарҙа төп дәүләт имтиханы һәм 11-се синыфтарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы талаптарға ярашлы үткәрелде.
Төп доклад менән мәғариф белеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов сығыш яһаны. Уңайлы һәм сифатлы мәктәпкәсә белем биреү мөһим социаль мәсьәлә булып тора. Өҫтәмә урындар булдырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барылыуға бәйле, бөгөн балалар баҡсаларына сираттарҙың һиҙелерлек кәмеүен билдәләп үтергә мөмкин. Мәктәпкәсә учреждениеларға электрон ҡабул итеү системаһы көйләнгән.
Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы - һөҙөмтәләре белем биреү сифатының төп күрһәткестәренең береһе. Туғыҙынсы синыфты тамамлаған 420 бала төп дөйөм белем тураһында аттестат алды, уларҙың 36-һы уҡыуҙы отличиеға тамамланы. Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса 11-се синыфты тамамлаған 187 уҡыусыға дөйөм урта белем программаһы буйынса аттестат тапшырылды, уларҙың 33-ө шулай уҡ мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Район буйынса БДИ-ның уртаса балы республиканыҡынан юғары булды. Мәҫәлән, рус теленән 67 уҡыусы юғары балл (80-дән 100-гә тиклем) алды. Математика буйынса уртаса балл (профиль кимәле) - 54 (былтыр – 51), химия – 68 (54), информатика – 68 (57), тарих – 56 (55), йәмғиәтте өйрәнеү – 59 (54), физика – 56 (52), биология – 61 (55,5), рус әҙәбиәт буйынса 62 (54,5) тәшкил итте.
Мәктәпте тамамлаған 122 уҡыусы юғары уҡыу йорттарына инде, был 65 процент тәшкил итә. Башҡорт лицейында юғары уҡыу йорттарына инеү күрһәткесе – 94 процент (48 сығарылыш синыфы уҡыусыһының 45-е юғары уҡыу йортона инде), гимназияла – 71,5 , 4-се мәктәптә 69 процент тәшкил итте. Мәктәп тамамлаған 48 уҡыусы урта дөйөм белем нигеҙендә махсус урта уҡыу йорттарына документтарын тапшырҙы. Йыл һайын мәктәп тамамлаусылар Аксен агросәнәғәт колледжына төрлө белгеслектәр буйынса уҡырға инә. Бөгөн был уҡыу йортонда 197 кеше белем ала, шул иҫәптән 94 уҡыусы эшсе һөнәрҙәргә уҡый.
Яңы уҡыу йылында мәғариф учреждениеларында 4805 бала уҡыясаҡ. 467 бала (былтыр – 581) беренсе синыфҡа бара. 315 синыф комплектлау күҙ уңында тотола, шуларҙың 50-һендә һәр синыфта 5-7 генә уҡыусы буласаҡ.
Хәүефһеҙ мәғариф мөхите булдырыу буйынса ла эш алып барыла. Учреждениелар видеокүҙәтеү системалары менән йыһазландырыла. Бөтә мәғариф учреждениелары автомат янғын сигнализацияһы мониторингына тоташтырылған.
Кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары И. И. Сураков, БР мәғариф министры урынбаҫары А. З. Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты проректоры Л. Ф. Шәкүрова, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының фәнни эш һәм инновациялар буйынса урынбаҫары В. Н. Кризский һәм Аксен агросәнәғәт колледжы директоры Р. Р. Әбделвәлиев ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Август кәңәшмәһенең тантаналы өлөшөндә, һәр ваҡыттағыса, уҙған уҡыу йылында уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар бүләктәр алды. Был көндө шулай уҡ хаҡлы ялға сыҡҡан мәғариф ветерандарына ла сағыу сәскә гөлләмәләре тапшырлды һәм изге теләктәр әйтелде.
Концерт программаһы ла бай йөкмәткеле булды. Район мәҙәниәт һарайы артистары дәртле йыр-бейеүҙәре менән шатландырҙы. Йыйылыусылар балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре сығыштарын да йылы ҡабул итте. Тамашасылар яҡташтарыбыҙ – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Гөлсәсәк Шәрипова һәм республиканың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәриповтың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Йәш бейеүселәрҙең концерт номерҙары ла күңелдәргә хуш килде.
Район уҡытыусыларының ҙур педагогик кәңәшмәһе тамам. Алда – яңы уҡыу йылы, унда педагогтар бөтә пландарын, уй-маҡсаттарын уңышлы тормошҡа ашырыр.