Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Июнь 2018, 13:12

“Диңгеҙ десанты” – “алтын” ҡомлоҡта

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Ҡояшлы ил” йәйге һауыҡтырыу лагерында ял итеүселәр Дим йылғаһы ярында экологик акция үткәрҙе.

“Ыласын” спорт һарайында ойошторолған көндөҙгө лагерҙың тәүге сменаһының һуңғы көнөн балалар тәбиғәт ҡосағында үткәрергә булды, унда улар төшкө аш, усаҡта бешкән картуф белән һыйланды, иң әүҙемдәргә грамоталар тапшырылды. Ә быға тиклем уҡыусылар һәм уларҙың тренер-педагогтары тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты. Пластик һәм быяла шешә, ватыҡ быяла ҡалдыҡтары, сепрәк-сапраҡтан ҙур өйөм барлыҡҡа килде. Эш бөткәс, рәхәтләнеп ял итергә лә мөмкин. Бер нисә малай йылғаға балыҡ ҡармаҡларға төштө, башҡалар төрлө уйындар уйнаны, оҫта итеп картуф ҡыҙҙырған педагог-тәрбиәсе Шакирйән Хөсәйенов янында уралды. Ә беҙ шул арала лагерь етәксеһе Татьяна Гаврилова менән әңгәмәләштек.

- Беренсе сменала 45 бала ял итте, икенсеһендә лә шунса уҡ буласаҡ, ә өсөнсө сменаға 40 уҡыусы килеүе күҙаллана. Ял итеүселәр араһында спорт секцияларына йөрөгән 7 йәштән 16 йәшкәсә балалар ҙа бар, уларҙы тренер үҙе һайлап ала. Башлыса улар аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән. Әйтергә кәрәк, лагерҙа ял итеүҙән тыш, балалар спорт төрҙәре буйынса күнекмәләргә йөрөүҙе дауам итә һәм йәйге ярыштарға әҙерләнә. Билдәле булыуынса, спортсыларҙың каникулдары булмай, - ти Татьяна Сергеевна. – Лагерь эшмәкәрлеге мәғариф бүлеге етәкселеге раҫлаған программаның спорт-һауыҡтырыу, мәҙәни-күңел асыу, патриотик, экология-туристик йүнәлештәре буйынса төҙөлдө. Һәр смена өсөн айырым саралар үткәрелә. Мәҫәлән, балалар менән Шишмә поселогындағы бассейнға, Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегенә барҙыҡ, экологик өмәләр үткәрҙек. Йәштәр эштәре бүлеге, район китапханаһы уҙғарған бөтә спорт-күңел асыу сараларында ҡатнаштыҡ. Баскетбол, каратэ буйынса осталыҡ дәрестәре, шахмат турниры, юнгалар һәм диңгеҙ патруле араһында мәҙәк футбол, отрядтар араһында пионербол буйынса ярыштар үткәрҙек. Быйыл тәрбиәләнеүселәребеҙ диңгеҙ темаһын һайланы. Һәр отряд үҙҙәренә исем уйланы: ауыр атлетика залы – “Диңгеҙ буйволдары”, баскетболсылар - “Морские дьяволы”, каратистар – “Диңгеҙ бесәйҙәре”, шахматсылар – “Тиҙ ладья”. Балаларҙың барыһы ла – юнгалар, ә тренер-уҡытыусылар диңгеҙ патруле булды. Һәр смена 21 көнгә “диңгеҙгә сәйәхәт”кә сыға. Һәр көн беҙҙә – ул карап һәм балалар “Ыласын” спорт һарайындағы стендҡа үҙҙәренең смайликтарын ҡуя. Көн һайын “кают-компания”ла капитандар борт журналын тултыра. Лайыҡлылар йондоҙло ағастан йондоҙсоҡ ала, улар буйынса лагерҙың мисс һәм мистеры билдәләнә. Был юлы улар Сафия Ғәрифуллина һәм Илназ Ғәрифуллин булды.

Педагог-тәрбиәселәр Вадим Вәли улы Шәйгәрҙанов, Илфат Зәки улы Мәүлийәров, Шакирйән Шәрәф улы Хөсәйенов, Рифат Риф улы Миңлейәров, Илмир Зирәк улы Мөхәмәтйәнов, шәфҡәт туташы Гөлсимә Зәбир ҡыҙы Ғиззәтуллина үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарай. Экскурсияға беҙ шофер Айҙар Хәмит улы Шәрәфетдинов менән барҙыҡ. Раевка гимназияһы ашнаҡсылары тырышлығы менән ике тапҡыр төшкө аш ойошторолдо.

Әйткәндәй, төшкө ашта балаларҙы помидор, ҡыяр, картуф, тефтель, икмәк һәм сәй менән һыйланылар. Артабан Татьяна Сергеевна лагерь эшендә әүҙем ҡатнашҡан балаларға грамоталар тапшырҙы. Смена аҙағында һәр балаға төрлө һуттар һәм алма бирелде. Бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөләр һәм сағыу тәьҫораттар менән өйҙәренә таралыштылар.


Читайте нас: