Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь 2018, 18:26

Сәйәхәттәр, төрлө уйындар һәм конкурстар

Раевка 2-се мәктәбендә лә балалар өсөн йәйге лагерь ойошторолдо.

Бында тәүге сменала 7 йәштән 11 йәшкә тиклемге 60 уҡыусы ял итте.

Лагерь эшенең төп маҡсаты - балаларҙың ялын ойоштороу һәм сәләмәтлеген нығытыу, шуға ла программаға смена башында һәм аҙағында медицина хеҙмәткәренең уҡыусыларҙың һаулыҡ торошон тикшереүе, иртәнге гимнастика, саф һауала йөрөү, йәйәүле экскурсиялар, сәләмәт туҡланыу, спорт саралары индерелде.

Махсус уйын бүлмәләре йыһазландырылды, балалар спорт залына һәм спорт майҙансығына, китапханаға һәм ашханаға йөрөнө.

Кем генә бала саҡта сәйәхәтсе булырға йәки ҙур асыштар яһарға, билдәһеҙ утрауҙы үҙ исеме менән атарға хыялланмай икән? Лагерҙа һәр кемдең бындай мөмкинлеге булды - беҙ балалар менән рәхәтләнеп сәйәхәткә йөрөнөк.

Күңелле йәйҙең “әҙер” рецебы юҡ, әлбиттә, әммә 2-се мәктәп уҡытыусылары үҙ-ара аңлашып, күтәренке кәйеф менән эшкә тотонғанда уңыш оҙаҡ көттөрмәүен яҡшы белә.

“Ал елкәндәр” мәктәп лагерында тәрбиә эше йәйге каникулда уыусыларҙың ижади һәм интеллектуаль потенциалын, һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Һәр иртә бергәләп зарядка эшләүҙән, дөйөм отряд линейкаһынан башланды, унда һәр көнгә йомғаҡ яһалып, яңы пландар билдәләнде.

Иртәнге аштан һуң коллектив менән ижади саралар ойошторолдо. Лагерҙың маҡсаттары һәм бурыстары дөйөм темаға берләштерелеп, бойомға ашырылды. Балалар өс отрядҡа бүленде, һәр береһе үҙенә исем һәм девиз һайланы.

Ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, йырҙар, һәр көндө мауыҡтырғыс сәйәхәттәр. Бала саҡ, Йәйге осрашыуҙар, Спортсылар, Пушкин, Йомаҡтар, Рус традициялары, Күңелле уйындар урамдары...

Балаларға айырыуса экскурсиялар оҡшаны. Беҙ янғын часында, район ветеринария станцияһында, икмәк комбинатында, элеваторҙа булдыҡ. Һәр осрашыу балаларҙа онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Элеваторҙа төрлө объекттар, механизмдар менән танышып, уҡыусылар предприятие тарихы тураһында күп мәғлүмәт алды. Был мауыҡтырғыс экскурсияны ойошторған баш инженер И. М. Шивеевҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Светлана ТАГАЕВА,

лагерь етәксеһе.

Читайте нас: