Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июнь 2018, 17:19

“Йәйғорҙоң ете төҫө”

Йәйге каникулдар башланды һәм Пионерҙар йортонда “Бала саҡ планетаһы” көндөҙгө лагеры ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн үҙ ишектәрен асты.

Унда уларҙы мауыҡтырғыс саралар, ғәҙәти булмаған конкурстар, спорт ярыштары, уйындар, экскурсиялар, походтар, төрлө оҫтаханалар көтә, һәр кем унда күңеленә оҡшаған шөғөл таба ала.

“Йәйғорҙоң ете төҫө” тип аталған беренсе сменаны асыу тантанаһында мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов балаларға яҡшы ял итеүҙәрен, йәйге каникулдарҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреүҙәрен теләне.

Сменаның өлкән вожатыйы Р. Ф. Низамова отрядтарҙы барлай. Пионер борғоһо яңғырай. Тантаналы минуттар етә. Отряд командирҙары “Баласаҡ планетаһы” лагеры флагын күтәрә. Балалар бында рәхәтләнеп ял итер һәм “Беҙ дуҫлыҡҡа ышанабыҙ һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙабыҙ!” тигән лагерь девизын йөрәктәрендә оҙаҡ һаҡлар.

Надежда САМОЙЛОВА,

Пионерҙар йорто директоры.

Читайте нас: