Унда Өфө һәм Туймазы ҡалаларынан, Шишмә, Миәкә, Дәүләкән һәм Әлшәй райондарынан 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Сараның пленар өлөшөндә БР Мәғарифты үҫтереү институты доценттары, педагогия фәндәре кандидаттары Э. А. Ишбулатова һәм З. Г. Нафиҡова, мәғариф бүлеге методисы Р. Р. Һәүбәнова һәм 2-се мәктәп директоры И. Ш. Сәлимов сығыш яһаны.
Конференция сиктәрендә ете йүнәлеш буйынса туғыҙ секция эшләне, уҡытыусылар өсөн методик семинар уҙҙы. Тикшеренеү эштәрен яҡлағандан һуң, уҡыусылар өс мобиль компьютер синыфында интерактив-танып белеү викторинаһында ҡатнашты.Ә был ваҡытта сығыштарын тамамлаған балалар менән музыка уҡытыусыһы А. Р. Йыһангирова төрлө уйындар үткәрҙе.
Тикшеренеү эштәре, мәғлүмәт технологиялары буйынса “Информашка” ситтән тороп үткән конкурсы һәм интерактив-танып белеү викторинаһы еңеүселәре һәм призерҙары дипломдар һәм конференция логотибы төшөрөлгән билдәләр менән бүләкләнде.
Н. СТЕПАНОВА,
мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире.