Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Май 2018, 13:07

Милли әҙәбиәттәр байрамы

Ижади эштәр бәйгеһендә еңеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Рәсәй халыҡтарының диалог мәктәбе: әҙәбиәт һәм тормош” проектында ҡатнашты.

Был сараға Рәсәйҙең 19 төбәгенән уҡытыусылары менән 26 уҡыусы саҡырылды. “Фильм төшөрөрлөк милли әҙәби әҫәр” тип аталған конкурс эше менән миңә лә унда барыу бәхете тейҙе.

Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З. Н. Гәрәева етәкселегендә мин, рус яҙыусыһы Евгений Пермяктың “Пичугин мост” әҫәре менән сағыштырып, башҡорт яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһенә киносценарий яҙҙым. Фильмға тәҡдим иткән сценарий заявкаһы эксперт комиссияһының юғары баһаһына лайыҡ булды һәм мин бәйгелә еңеп сыҡтым.

Проект һөҙөмтәһендә конкурс еңеүселәре һәм лауреаттарының 102 ижади эшенән ҙур бер китап тупланды. Был сара бәйгелә ҡатнашыусыларға милли яҙыусыларҙың яңы исемдәрен асты. Татар, сыуаш, яҡут һәм башҡа әҙәбиәттәр менән танышып, беҙ Рәсәй халыҡтары тормошо һәм рухи донъяһы тураһындағы белемдәребеҙҙе киңәйттек.

Рәсәй милли китапханаһында булғандан һуң, милли әҙәбиәт тураһында диалог Петербург яҙыусылары Николай Бутенко, Жанна Бочманова, Ғүмәр Кәримов, Антонина Кәримова, Виолетта Минина һәм Гурия Османова менән осрашыуҙа дауам итте.

Шулай уҡ Михайлов театрында “Аҡҡош күле” балетын ҡарау, О. В. Астафьеваның “Мәҙәниәттәр һәм дәүерҙәр диалогында мәҫәлдең мәңгелек хәҡиҡәттәре” тип аталған дәресе, А. С. Пушкиндың Музей-фатирына, Рус музейына һәм Петропавловск ҡәлғәһенә экскурсиялар Петербург аҙналығының сағыу ваҡиғалары булды.

Шиғриәт байрамында проектта ҡатнашыусылар милли шағирҙар әҫәрҙәрен дә уҡып ишеттерҙе. Мин Назар Нәжмиҙең шиғырын башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләнем һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булдым.

Мәҙәниәттәр диалогы бик ҡыҙыҡлы үтте. Һәр ҡатнашыусы үҙен бөйөк күп милләтле илебеҙҙең бер өлөшө итеп хис итте, Тыуған илебеҙ менән сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо кисерҙе.

Камилла ҒӘБДЕЛМӘНОВА,
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 6-сы “б” синыфы уҡыусыһы.
24 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнә.
Был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы славян яҙмаһын төҙөгән бөйөк мәғрифәтселәр - Кирилл һәм Мефодийҙы хөрмәтләү менән бәйле.
Камилла Ғәбделмәнова уҡытыусыһы З. Н. Гәрәева менән.
Читайте нас: