Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2018, 12:08

Эфирҙа – “Пионер-ТВ”

Пионерҙар йортонда бына алты йыл инде “Пионер-ТВ” балалар телестудияһы эшләй.

Бындағы дәрестәр балаларға үҙ һәләтен күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Студияла эфир ваҡытында кадрҙа үҙеңде нисек тоторға, телмәр үҫтереүгә, командала эшләй белеү оҫталығына һәм башҡа күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин.
Ошо ваҡыт арауығында йәш журналистар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, акцияларҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашырға өлгөрҙө. Мәҫәлән, Роман Тажиев “Бергәләп тормошто ҡотҡарайыҡ” Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм наркотиктарға ҡаршы социаль реклама конкурсында икенсе урын алды һәм Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы грамотаһы менән бүләкләнде. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы “Йәштәр фәнде, ижадты һәм һаулыҡты һайлай!” форумы сиктәрендә уҙҙы.
Баш ҡалалағы “Вся Уфа” телеканалы эфирында ҡала һәм республиканың уҡыу йорттары өсөн бына “Pro kino”. тип аталған конкурс уҙҙы. Финалға 16 уҡыу йорто сыҡты, улар араһында “Пионер-ТВ” ла бар ине. Беҙҙең телестудия Пионерҙар йорто тураһындағы видеоролик өсөн “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында еңеүсе булды. Бүләкләү “Баш ҡала иртәһе” программаһында “Вся Уфа” телеканалы тура эфирында үтте.
Кем белә, бәлки, киләсәктә беҙ был һөнәрҙе һайламабыҙ ҙа, ләкин Пионерҙар йортоноң телестудияһында алынған белем бер ҡасан да юғалмаҫ. Ә инде телевидениела эшләүҙе ғүмерлек һөнәр итеп һайлаһаҡ, был тәжрибә беҙгә ҙур ярҙам булыр.
Ләйсән ХАРИСОВА,
“Пионер-ТВ” телестудияһында шөғөлләнеүсе.
Читайте нас: