Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Май 2018, 10:58

Тырышлыҡ - оло асыштарға әйҙәүсе йондоҙ

Быйылғы уҡыу йылында Әлшәй уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһы төбәк этаптарынан, төбәк һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы олимпиадаларҙан 25 призлы урын алып ҡайтты.

Быйылғы уҡыу йылында Әлшәй уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһы төбәк этаптарынан, төбәк һәм юғары уҡыу йорттары араһындағы олимпиадаларҙан 25 призлы урын алып ҡайтты. Беҙҙең уҡыусылар биология, химия, информатика, тарих, рус, башҡорт, татар теле һәм әҙәбиәте, черчение буйынса иң яҡшылары булды. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәләтле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты.

Быйыл уҡыусылар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында 11 призлы урын алды, өс еңеүсе, биш республика олимпиадалары призеры булды. Бөтә Рәсәй кимәлендә юғары уҡыу йорттары араһындағы олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар дүрт призлы урынға лайыҡ булды һәм бер уҡыусы финалға сыҡты. Һәләтле ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы олимпиадаларға әҙерләүҙә бигерәк тә Раевка мәктәптәре, шулай уҡ Шафран, Аксен һәм Түбән Әүрез мәктәптәре айырылып торҙо. Ә призерҙар һаны буйынса М. Буранғолов исемендәге лицейға етеүселәр булманы.

Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен, остаздарын ҙур уңыштары менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, һеҙ ныҡышмалығығыҙ һәм тырышлығығыҙ менән район данын күтәрәһегеҙ, ә был үҙ йәһәтендә йылдар дауамында талантлы һәм фиҙакәр уҡытыусылар, уларҙың уҡыусылары менән булдырылған мәғариф системаһының юғары кимәлен дә иҫбатлай, тип билдәләне.

- Бөгөн беҙ һеҙгә хеҙмәтегеҙ, яҡшы уҡыуығыҙ һәм олимпиадаларҙа еңеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Районыбыҙҙа шундай һәләтле уҡыусылар булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һеҙ – беҙҙең алтын фондыбыҙ. Ҙур ҡаҙаныштарығыҙ - уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте, ата-әсәләрҙең ярҙамы һәм, әлбиттә, һеҙҙең шәхси тырышлығығыҙ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығығыҙ һөҙөмтәһе ул. Һеҙгә киләсәктә ғәҙәти булмаған фекерләү ҡеүәһе талап иткән тормош тигән олимпиадала ла яңы үрҙәр яуларға насип булһын, - тине Дамир Радик улы.

Тантаналы шарттарҙа олимпиада хәрәкәте лидерҙарына һәм уларҙың ата-әсәләренә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Лицейҙың 11-се синыф уҡыусыһы, биология, химия, информатика һәм математика фәндәре буйынса призер, республика Башлығы стипендиаты Рәмис Сәхибгәрәевҡа, шулай уҡ лицейҙан 9-сы синыф уҡыусыһы, биология, башҡорт теле, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте буйынса призер Әлиә Хөсәйеноваға, 4-се мәктәптең 10-сы синыф уҡыусыһы, хоҡуҡ, финанс грамоталылығы, финанс баҙары һәм финанс хеҙмәттәре ҡулланыусылары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса олимпиадалар призеры Даниил Осиповҡа, Түбән Әүрез мәктәбенән тарихты яҡшы белеүсе Сәлим Ғиззәтуллинға, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса призер Эльвина Шәрәповаға, лицейҙан черчение буйынса иң яҡшыһы Айгөл Ғужинаға, бөйөк рус теле эксперттары Беник Фарманянға (2-се мәктәп) һәм Екатерина Лапинаға (гимназия), ҡыҫҡаһы, был көндө йыйылған бөтә балаларға ҡарап, бөйөк Ломоносов һүҙҙәре менән: “Әлшәй еренең дә үҙ Платондары һәм зирәк аҡыллы Ньютондары бар...”тип әйтке килә. Ә кем-кем, был рус ғалимы тырышлыҡ, хеҙмәт һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡтың оло асыштарға юл күрһәтеүсе йондоҙ булыуын аныҡ белгән.

Читайте нас: