Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Апрель 2018, 11:25

Сәхнә түрендә - “Башҡортостан ынйылары”

Серле театр донъяһы. Тамашасылар мөғжизә көтә. Сәхнә артында актерҙар тулҡынлана. Бына ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра моңдары яңғырай. Тәүге сығыш һәм көслө алҡыштар.

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең “Илһөйәр” фольклор коллективы (етәкселәре - З. Б. Кирәева, М. З. Муллағолова) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең “Илһөйәр” фольклор коллективы (етәкселәре - З. Б. Кирәева, М. З. Муллағолова) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Әлшәйгә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йәнә йәш артистар йыйылды.

Серле театр донъяһы. Тамашасылар мөғжизә көтә. Сәхнә артында актерҙар тулҡынлана. Бына ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра моңдары яңғырай. Тәүге сығыш һәм көслө алҡыштар. Эйе, дуҫтар, был – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашҡан “Башҡортостан ынйылары” конкурсы.

Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был ҙур мәҙәни ваҡиғала иң көслө һәм үҙенсәлекле 16 коллектив сығыш яһаны. Залда ултырыусылар Баймаҡ һәм Белорет, Бөрйән һәм Ҡыйғы, Баҡалы һәм Балтас, Бәләбәй, Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ, Кушнаренко, Өфө, Илеш, Федоровка, Ғафури райондарынан һәм, әлбиттә, Әлшәйҙән килгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың матур сығыштарын көслө алҡыштарға күмде.

Сәхнәгә милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы, йырлаусы һәм бейеүсе һәләтле йәш артистар ғына түгел, ә, иң мөһиме, үҙ тыуған төбәгенең тарихына, мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған, ижади фекер йөрөтөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар күтәрелде. Быға тиклем ентекле тикшеренеү эштәре үткәрелгән музыкаль тамашаларҙан ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, боронғо тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, фольклор, этник мәҙәниәт һәм киләһе быуындарға бай мираҫ ҡалдырған кешеләр тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға мөмкин ине.

Көнө буйына Әлшәй сәхнәһендә ынйы бөртөктәре балҡыны. Актерҙар, декорациялар, күренештәр алмашынды. Бөтә балалар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны, шуға ла билдәле уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, шағирә һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, виртуоз ҡумыҙсы Минлеғәфүр Зәйнетдинов, тарихсы Азамат Аҡъюлов һәм, әлбиттә, “Ынйыларҙы” ойоштороусы, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Надежда Самойлованан торған жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы.

Залда тынлыҡ – был юлы уңыш кемгә йылмайыр икән? Төп приз кемгә бирелер? Сәхнәгә бер-бер артлы йондоҙсоҡтар – конкурс номинанттары – ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ролдәрен иң яҡшы башҡарыусылар, иң яҡшы музыканттар күтәрелде, ҡыҫҡаһы, ойоштороусылар һәм жюри, һәр ваҡыттағыса, һәләтле балаларға приздарҙы мул таратты. Әлшәй театр оҫталары-тикшеренеүселәре исеменән сығыш яһаған Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең “Илһөйәр” фольклор коллективы (етәкселәре З. Б. Кирәева, М. З. Муллағолова) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, ә Раевка гимназияһының “Рампа” коллективы (А. Ф. Камалетдинова, Л. М. Насирова) I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Бынан тыш, был ике коллектив тиң яҡшы тикшеренеү эше номинацияһында ла билдәләп үтелде һәм уларға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың призы тапшырылды.

Читайте нас: