Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2018, 12:05

Уңыш тырыштарға юлдаш

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы призерҙары булды һәм БР Мәғариф министрлығы дипломдары менән бүләкләнде.

М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 9-сы синыф уҡыусылары Әлиә Хөсәйенова, Гөлназ Әкбәрова һәм Айгөл Йыһаншина (етәкселәре – З. Й. Гәрәев) Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы призерҙары булды һәм БР Мәғариф министрлығы дипломдары менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, Әлиә өсөн был беренсе уңыш түгел, быйыл ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы еңеүсеһе, биология буйынса олимпиадала призер булды.

Рәмзиә ЯҠУПОВА,

мәғариф бүлеге методисы.