Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2018, 12:16

Балаларҙың ялын ойоштороу маҡсатында

Балаларҙың, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы тәьмин итеү буйынса район ведомство-ара комиссияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Балаларҙың, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы тәьмин итеү буйынса район ведомство-ара комиссияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Ултырышты комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов алып барҙы, унда 2017 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы йомғаҡтары тикшерелде һәм яңы бурыстар билдәләнде.

Быйыл районыбыҙҙа 22 мәктәптә, Пионерҙар йортонда һәм Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 24 көндөҙгө лагерь, йыл әйләнәһенә эшләүсе балалар шифаханалары һәм һауыҡтырыу лагерҙары, мәғариф учреждениеларында профилле лагерҙар һәм хеҙмәт берекмәләре ойоштороласаҡ.

Йыл һайын район халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге уҡыуҙан тыш буш ваҡытта 14 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү программаһын төҙөй.

Бынан тыш, аҙ сығымлы ял формалары: туристик лагерҙар, бер нисә көнлөк, категориялы походтар (бер көнлөктәрҙән тыш), экскурсиялар, йәйәү һәм велосипедта этнографик экспедициялар, походтар ойоштороласаҡ.

Комиссия ултырышында ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәренә “Башҡортостан Республикаһының һауыҡтырыу учреждениеларына сертификаттарҙы электрон бүлеү” сайты эше тураһында хәбәр ителде. Балалар шифаханаларына путевкалар биреү өсөн ғаризаны https://rest.edu-rb. ru сайты аша электрон вариантта тапшырырға йәки район мәғариф бүлегенең 8-се бүлмәһенә (тел. 3-01-71) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Заявкалар 8 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Н. КӘРИМОВА,

йәйге һауыҡтырыу эше координаторы, мәғариф бүлеге методисы.

Читайте нас: