Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Февраль 2018, 00:33

Сәсән рухы йәшәй йөрәктәрҙә

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнөндә Раевка ауылы лицейында башҡорт фольклорын һәм драматургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың ижади мираҫына арналған район уҡыусылар форумы уҙҙы.

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнөндә Раевка ауылы лицейында башҡорт фольклорын һәм драматургияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың ижади мираҫына арналған район уҡыусылар форумы уҙҙы. Ул яҙып алған йырҙар, легендалар һәм риүәйәттәр, туй йолалары халыҡ фольклорының алтын фондына ингән, ә ул ижад иткән сәхнә әҫәрҙәре сюжетында башҡорт халҡының көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары сағыла.

Бөйөк сәсән аяуһыҙ репрессия йылдарында Әлшәй ерендә һыйыныр урын таба. Ул ғаиләһе менән Азатлыҡ урамында йәшәй, был осорҙа Дим һәм Асылыкүл башҡорттарының бай фольклорын өйрәнә. 1936-1937 йылдарҙа Мөхәмәтша Буранғолов 1-се мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре бүлеге мөдире була һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре, фольклор түңәрәге алып бара, унда балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән халыҡ ижады ынйыларын, ауылдар тарихын, топономик атамаларҙы өйрәнә. Улар уҡытыусылары менән бергә Иҫке Сәпәш зыяратында Әлшәй батыр ерләнгән урынды таба. Балалар ҡәберҙе тәртипкә килтерә, сәсән уларға ҡәбер ташындағы яҙманы уҡып ишеттерә.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, быға тиклем лицейҙа үткәрелгән “Буранғолов уҡыуҙары” быйыл “Буранғолов көндәре” тип үҙгәртелеп, киң күләмле сара булараҡ, ошондай форматта тәүге тапҡыр уҙғарылды Секциялар эшендә 250-нән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән Миәкә һәм Дәүләкән райондарынан да балалар ҡатнашты. Форумға абруйлы ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсара Килдеғолова, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, күренекле яҡташтарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Светлана Хәкимова, Мөхәмәтша Буранғоловтың яҡындары, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы һәм “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары, “Йәшлек” һәм “Йәншишмә” гәзиттәре вәкилдәре саҡырылды.

Форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары З. З. Әхмәтов, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов һәм башҡорт лицейы директоры А. Т. Вәлиәхмәтов мөрәжәғәт итте. Улар әлшәйҙәрҙең бөйөк сәсән тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙарын билдәләне. М. Буранғоловты бөгөнгө быуын уҡыусылары ла яҡшы белә, ә ул эшләгән мәктәп тәүге халыҡ сәсәне исемен ғорур йөрөтә. Сәсәндең бүләһе Алексей Буранғоловтың сығышы ла бик тулҡынландырғыс булды. Ул олатаһының ижади мираҫына ихтирамлы мөнәсәбәттә булғандары өсөн әлшәйҙәргә ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе һәм музейға ғаилә архивы ҡомартҡыһы – 1935 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ҡулы менән яҙылған документты тапшырҙы.

Ошо мөһим сара сиктәрендә шулай уҡ ижади конкурстар (иншалар, яттан шиғыр һөйләүселәр, театрлаштырылған тамашалар) ойошторолдо, эҙләнеү һәм проект-тикшеренеү эштәре тәҡдим ителде, халыҡтар дуҫлығы фестивале уҙғарылды, ә мәктәп фойеһында “Халыҡ кәсептәре” күргәҙмәһе ойошторолдо.

Сара аҙағында форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар лицей музейын ҡараны һәм М. Буранғолов бюсына сәскәләр һалды.

Резеда ХӨСӘЙЕНОВА.

Читайте нас: