Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2018, 22:07

Киләсәк – йәштәр ҡулында!

Раевка 2-се мәктәбендә “Башланғыс мәктәп уҡыусылары компетентлығы – мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар формалаштырыу сараһы булараҡ мобиль уҡытыу” инновация майҙансығын бойомға ашырыу сиктәрендә “Заманса мәктәптә мәғлүмәт-коммуникатив технологияларҙы ҡулланып, интерактив уҡытыу мөхитен булдырыу” тип аталған республика семинары уҙҙы.

Раевка 2-се мәктәбендә “Башланғыс мәктәп уҡыусылары компетентлығы – мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар формалаштырыу сараһы булараҡ мобиль уҡытыу” инновация майҙансығын бойомға ашырыу сиктәрендә “Заманса мәктәптә мәғлүмәт-коммуникатив технологияларҙы ҡулланып, интерактив уҡытыу мөхитен булдырыу” тип аталған республика семинары уҙҙы. Сарала Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм беҙҙең райондан 133 уҡытыусы ҡатнашты. Семинарҙың пленар өлөшөн 2-се мәктәп директоры И. Ш. Сәлимов асты. Ул ҡыҫҡаса мәптәп тарихы менән таныштырҙы, педагогик коллектив, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың уңыштары, белем усағын матди-техник йыһазландырыу тураһында һөйләне.

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, педагогик фәндәр кандидаты, доцент Э. А. Ижбулатова “Мобиль уҡытыу һәм яңы быуын” презентацияһы менән сығыш яһаны. Эльвира Альберт ҡыҙы, заманса белем биреүҙең парадоксы шунда, бөгөн “һанлы аборигендар” йәки “Z быуыны” тип йөрөтөлгән балаларҙы “һанлы иммигранттар” ғына булған уҡытыусылар уҡыта. “Z быуыны” фән һәм технологиялар менән ҡыҙыҡһына. Һәм уларҙың күбеһе инженер-техник мәсьәләләр, биомедицина, робот техникаһы һәм шулай уҡ сәнғәт менән шөғөлләнәсәк, тип фаразлана. Улар глобаль уйлай, сөнки мәғлүмәтте тиҙ арала бөтә донъянан ала. Улар асыштар яһарға теләй, тикшеренеүҙәр алып барырға ярата. Шуға ла бөгөн мәктәптә электрон уҡытыуҙың көнүҙәклеге – заман талабы ул. Һәр уҡытыусыға белем биреүҙең яңы формаларын һәм алымдарын үҙләштерергә кәрәк.

Ошо уҡ теманы үҙенең сығышында Раевка 2-се мәктәбе директорының фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары С. Р. Шәрәфетдинова ла дауам итте.

- Хәҙерге быуын - интернет, мобиль телефондар менән бәйле мультимедиа технологиялары балалары, - тип һыҙыҡ аҫтына алды Светлана Рәүеф ҡыҙы. – “Z быуыны” визуаль мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштерә. Улар өсөн уҡыу материалы “сағыу һәм һиҙелерлек”, ә дәрес ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Хәҙерге заман балаларының бындай үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәктәп үткән быуат китаптарына түгел, ә иртәгәһе көн технологияларына йүнәлеш тоторға тейеш. Башланғыс мәктәптә мобиль класс булдырыуға беҙ аңлы рәүештә килдек,сөнки мәғлүмәт технологиялары көнүҙәккә әйләнде, улар уҡытыу процесын еңеләйтеп кенә ҡалмай, уны күп төрлө, ҡыҙыҡлы итеп алып барыу мөмкинлеге лә бирә.

2-се мәктәптә уҡытыусылар мәғлүмәт-коммуникатив технологияларҙы ҡулланып, интерактив уҡытыу алымдарын әүҙем файҙалана. Февралдән бында өс компьютер класы эшләй башланы. 3-сө синыф уҡыусылары уҡыу программаһын электрон әсбаптар буйынса үҙләштерә.

Республика Мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм психология кафедраһы доценты Л. Н. Тимерйәнова мобиль технологияларҙы ҡулланыуға бәйле потенциаль ҡаршылыҡтар тураһында бәйән итте, уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.

Район үҙәгенең дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусылары – 4-се мәктәп директорының фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары О А Быкова һәм башҡорт лицейы директорының мәғлүмәт технологиялары буйынса урынбаҫары Д. Ф. Мөхтәров уҡыусыларҙың мәғлүмәт-коммуникатив белемен формалаштырыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Семинарҙың практик өлөшөндә 2-се мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусылары, мобиль уҡытыу элементтарын һәм интерактив ҡорамалдарҙы ҡулланып, асыҡ дәрестәр күрһәтте.

Семинарға “түңәрәк өҫтәл” артында йомғаҡ яһалды, унда район мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов та ҡатнашты. Республика Мәғарифты үҫтереү институтының физика, математика һәм информатика кафедраһы өлкән методисы Л. Ш. Әмирова асыҡ дәрестәрҙең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне.

4-се, 2-се мәктәп һәм башҡорт лицейы уҡыусыларының “Робот техникаһы” күргәҙмәһе семинарҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар ҡара һыҙыҡ буйлап (шорт-тректар) хәрәкәт итеүсе роботтарҙы, робот-футболсылар, робот-ҡурсаҡ һәм 3D-принтерҙы күрһәтте. Улар был конструкцияларҙы үҙҙәре йыйып ҡына ҡалмай, улар өсөн программалар яҙа һәм шул уҡ ваҡытта берҙәм командала эшләргә лә өйрәнә. Робот техникаһы менән малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһына. Һәм киләсәктә улар ошоға бәйле һөнәр ҙә һайлар, бәлки. Сөнки киләсәк – Z быуыны ҡулында!

Читайте нас: