Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2018, 18:49

Имтихандарға әҙерлек бара

Быйыл районда 434 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы имтихан тапшырасаҡ. Балалар, ата-әсәләр һәм педагогтар өсөн дә мөһим булған этапҡа әҙерлек 1 сентябрҙән үк башланды, тиһәң дә була.

Дөйөм район осрашыуында 9-сы синыф уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһындағы яңылыҡтар тураһында һөйләнеләр.
Быйыл районда 434 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы имтихан тапшырасаҡ. Балалар, ата-әсәләр һәм педагогтар өсөн дә мөһим булған этапҡа әҙерлек 1 сентябрҙән үк башланды, тиһәң дә була. Сығарылыш уҡыусылары профилле фәндәрҙе һайланы, бер нисә тапҡыр тестар биреп ҡараны, репетиция формаһында имтихандар тапшырҙы. Бөгөн иһә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек аҙағына яҡынлаша.
Районда имтихандар тапшырыу М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында һәм гимназияла үтә, улар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибенә ярашлы, видеокүҙәтеү, металл эҙләгестәр, мобиль элемтә бәйләнешен тотҡарлаусы система менән йыһазландырыла. Урта белем тураһында аттестат алыу өсөн дүрт фәндән имтихан тапшырырға кәрәк. Рус теле һәм математиканан һынауҙар барыһы өсөн дә мотлаҡ булһа, туғыҙынсы синыф уҡыусылары араһында күптәр, элеккесә, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, химия һәм информатика фәндәрен һайлаған. Сығарылыш уҡыусылары араһында сәләмәтлеге торошо буйынса имтихандарҙы айырым формала тапшырыусылар һаны ла кәмей: быйыл улар 29 кеше, үткән йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ.
Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, мәктәп директорҙары, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирҙәре һәм синыф етәкселәре менән осрашыуҙа дәүләт йомғаҡлау имтихандарына әҙерлек тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов, мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Солтанғолов, республика Мәғарифты үҫтереү институтының мәғлүмәт эшкәртеү төбәк үҙәге директоры Рөстәм Рәмов һөйләне.
Атап әйткәндә, ул 2018 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибендәге яңылыҡтарға тулы аңлатма бирҙе, сығарылыш уҡыусыларының төп дәүләт имтихандары бланктарын тултырғанда ебәргән хаталарына айырым иғтибар бүлде, үҙәк үткәргән ысын күнекмә имтихандар тураһында хәбәр итте. “Улар уҡыусыларға үҙҙәрен һынап ҡарау һәм имтихандарға яҡшыраҡ әҙерләнеү мөмкинлеге бирә”, - тип билдәләне Рөстәм Рәмов.
Осрашыу аҙағында туғыҙынсы синыф уҡыусыларына, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға һәм имтихандарға бергәләп әҙерләнергә кәрәк тигән теләк белдерелде.
Читайте нас: