Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2018, 11:18

Аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәнәләр

Тирә-яҡҡа таралған тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай һәм ирекһеҙҙән шул яҡҡа ыңғайлағаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Баҡһаң, эргәлә генә район Пионерҙар йортоноң “Хужабикә” берекмәһендә педагог Марина Иконописцева менән балалар ашарға бешерергә өйрәнә икән.

Тирә-яҡҡа таралған тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай һәм ирекһеҙҙән шул яҡҡа ыңғайлағаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Баҡһаң, эргәлә генә район Пионерҙар йортоноң “Хужабикә” берекмәһендә педагог Марина Иконописцева менән балалар ашарға бешерергә өйрәнә икән.
Дәрестәргә ҡыҙҙар менән бергә малайҙар ҙа йөрөй, улар башлыса Раевка 2-се мәктәбе уҡыусылары. Был көндө беренселәрҙән булып түңәрәккә апалы-ҡустылы Әмирйәновтар килде. Вадим – өсөнсө, Әлиә бишенсе синыфта уҡый. Уларҙан һуң гимназиянан 5-се синыф уҡыусыһы Радмила Ғәлишина, Руслан Сафин, Инвира Ғиләжева, Дарья Елистратова, Нелли Сәйфетдинова, Аделина Муллабаева ла килеп етте. Улар ҡулдарын йыуып, баштарына ҡалпаҡтар кейеп, алъяпҡыс бәйләп, эшкә тотондо. Етеҙ ҡулдарға күҙ эйәрмәй, шул арала беҙ Марина Анатольевна менән әңгәмәләшеп алабыҙ. Ул ғаиләһе менән егерме йыл республикабыҙ баш ҡалаһында йәшәй, техник-технолог белгеслеге буйынса Өфө аҙыҡ-түлек техникумын тамамлай. Артабан машиналар төҙөү заводы ашханаһында эшләй башлай. 2005 йылда ауырыған әсәһен ҡарарға Раевкаға ҡайта һәм ошонда йәшәргә ҡала. Кондитер цехында райондың барлыҡ мәктәптәре өсөн ҡамыр ризыҡтары бешерә, ә хәҙер “Хужабикә” берекмәһендә хеҙмәт һала.
Махсус программа буйынса үткәрелгән дәрестәргә егерменән ашыу бала йөрөй. Педагогтары етәкселегендә улар витаминлы салаттар, винегрет, сөгөлдөр, ҡабаҡ, баклажан икралары, балыҡ, ит ризыҡтары әҙерләргә өйрәнә, милли кухня, төрлө традициялар һәм йолалар серҙәренә төшөнә. Был көндә лә улар төрлө ризыҡтар бешерҙе, ә һуңынан тәмлекәстәр менән бергәләп сәй эстеләр һәм яҡындарын һыйларға өйҙәренә лә алып ҡайтып киттеләр. Ә Яңы йыл табынына малайҙар һәм ҡыҙҙар сельдь балығынан салат эшләп, яҡындарын һөйөндөргән.
Аш-һыу оҫтаһы Марина Иконописцева балаларҙы тағы ла бик күп ризыҡ әҙерләү серҙәренә төшөндөрөр, блюдоларҙы матур итеп биҙәргә, нисек өҫтәлгә ҡуйырға өйрәтер.
Читайте нас: