Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ғинуар 2018, 12:20

Республикала йәшәүсе биш кеше географик диктантты «бишле»гә яҙған

Башҡортостанда йәшәүсе биш кеше географик диктантты «бишле»гә яҙған, 22 кеше 96 һәм унан күберәк балл йыйған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.

Башҡортостанда йәшәүсе биш кеше географик диктантты «бишле»гә яҙған, 22 кеше 96 һәм унан күберәк балл йыйған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.
«Географик диктант-2017» халыҡ-ара мәғариф акцияһы 2017 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй төбәктәрендә һәм донъяның 25 илендә үтте.
Географияла үҙ белемен 260 меңдән ашыу кеше тикшергән, бер йыл алдан 187 мең ҡатнашыусы булған. Рәсәйҙә – 147 мең тирәһе, сит илдән ике меңдән ашыу кеше диктант яҙған.
Башҡортостан илдең иң әүҙем төбәктәренең береһе булған, 17 350 республикала йәшәүсе акцияла ҡатнашҡан, 207 майҙансыҡ ойошторолған.
Рәсәй буйынса 447 кеше иң күп 100 балл алған. Йөҙ балсылар буйынса алдынғы төбәктәр – Санкт-Петербург (78 кеше), Мәскәү (75), Тверь өлкәһе (37). 310 кеше тест өсөн нуль балл алған.
Республика буйынса еңеүселәрҙе 9 февралдә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86 адресы буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең йыллыҡ отчет йыйылышында бүләкләйҙәр.
Читайте нас: