Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Декабрь 2017, 11:28

Оҫталыҡ бәйгеһе иң яҡшыларҙы асыҡланы

Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталыҡ конкурсы, һис шикһеҙ, уҙып барған йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе булды.

Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығы конкурсы, һис шикһеҙ, уҙып барған йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһе булды.
Бәйгелә ҡатнашҡан 55 педагогтың барыһы ла ауыл мәктәптәрендә эшләй, төрлө фәндәрҙән уҡыта, хеҙмәт стаждары һәм квалификация категориялары ла төрлө, әммә уларҙы һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, яратҡан эшенә һөйөү, уҡыусыларына сифатлы белем һәм дөрөҫ тәрбиә биреү теләге берләштерә.
Конкурс, ғәҙәттәгесә, ике этапта үтте. Беренсе турҙа уҡытыусылар асыҡ дәрестәр бирҙе, икенсеһендә – оҫталыҡ дәрестәре һәм педсоветтар уҙғарҙы, мәғариф бүлеге етәксеһе менән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты.
Быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙы Раевка 4-се мәктәбе, лицей һәм гимназия , 1-се һәм 4-се балалар баҡсаһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто һәм “Ыласын” спорт һарайы ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Сараны тантаналы ябыу традиция буйынса район мәҙәниәт һарайында уҙҙы.
Сәхнәлә матур музыка яңғырай. Экранда конкурстан алынған кадрҙар күрһәтелә. Һәр ҡатнашыусы унда үҙен, дәрес биргән уҡыусыларының йөҙөн күреп, дәрестәрҙең нисек мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтеүен хәтеренә төшөрөп ултырғандыр, моғайын.
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Д. Ю. Шелковников, мәғариф бүлеге етәксеһе А. Т. Солтанғолов конкурсанттарҙы ихлас тәбрикләп, был һөнәри бәйге, иң элек, алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңы методикалар һәм уҡытыусы һөнәренең статусын күтәреү ул, тип билдәләне. Бөгөнгө бәйге шулай уҡ “Йыл уҡытыусыһы”, иң яҡшы “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү уҡытыусыһы”, “Йәш уҡытыусы” кеүек традицион һәм яңы “Өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы” кеүек йүнәлештәр буйынса талантлы педагогтарҙы асыҡлау һәм хуплау ҙа.
Сараны ябыу тантанаһында тамашасыларға ла конкурсанттарҙың эсселарынан иң яҡшы монологтарҙы һәм диалогтарҙы тыңлау форсаты тейҙе , уларҙы жюри ағзалары Т. Ғ. Вәлиуллин һәм Р. Ю. Третьякова, шулай уҡ лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Р. З. Ҡотлогилдина тасуири уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, жюри составына райондың иң яҡшы педагогтары ингәйне, уларҙың күбеһе үткән йылдар еңеүселәре һәм призерҙары.
Бына сәхнәгә педагогтарҙы саҡырҙылар. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды. Бүләкләү тантанаһына килгәндә иһә, быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың коллегаларын тағы ла бер яңылыҡ көтә ине: район эшҡыуарҙары ла призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Улар – 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Э. М. Сәләхиева, Пионерҙар йорто педагогы Р. Т. Нудьга, Ниғмәтулла мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р. М. Шәйәхмәтова, Түбән Әүрез мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. М. Шарапова, гимназияның башланғыс синыф уҡытыусыһы О. С. Бартновская, 2-се мәктәптең математика уҡытыусыһы С. В. Кузнецова, “Ыласын” спорт һарайының пауэрлифтинг буйынса тренер-уҡытыусыһы В. В. Шәйгәрҙанов.
Был көндө бәйгелә ҡатнашыусылар исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Конкурсанттарҙы “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите баш мөхәррире С. И. Жуковская ла ихлас тәбрикләне. Светлана Ивановна Воздвиженка мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. А. Мөхәррәмоваға район баҫмаһына ярты йылға абонемент тапшырҙы.
Финалға сығыусыларҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Йылдың иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип 4-се мәктәптән Э. Ш. Шевяхова, иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2-се мәктәптән Ф. Р. Хәмиҙуллина, иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Әбдрәшит мәктәбенән Р. А. Ғәлиева табылды. Йылдың йәш уҡытыусыһы исеме 4-се мәктәптән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы З. Ф. Тимербулатоваға, мәктәпкәсә белем биреү педагогы исеме 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе А. И. Сәлимгәрәеваға, өҫтәмә белем биреү педагогы исеме Пионерҙар йорто уҡытыусыһы О. Н. Ивановаға бирелде. Ә “Йыл уҡытыусыһы – 2018” тигән маҡтаулы исемгә лицейҙың математика уҡытыусыһы О. М. Солтанова лайыҡ булды.
Лауреаттар һәм дипломанттар, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр иғлан ителде. Быйыл жюри бер генә уҡытыусыны ла бүләкһеҙ ҡалдырманы, сөнки уларҙың һәр сығышы ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле булды. Еңеүселәр конкурстың республика этабында ҡатнашасаҡ. Уларҙың бөтәһе лә районыбыҙ данын лайыҡлы яҡлар һәм еңеүгә өлгәшер, тип ышанабыҙ.