Өфөлә турист-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә балаларға өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙҙы. Унда илебеҙҙең 52 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.
Кәңәшмә сиктәрендә Конгресс-холда күргәҙмә ойошторолдо, унда Әлшәй районы педагогтары һәм уҡыусылар үҙ эштәрен тәҡдим итте. “Беҙ өҫтәмә белем биреү системаһы үҫешендә Башҡортостан тәжрибәһен ғорурланып тәҡдим итәбеҙ”, - тип билдәләне пленар ултырышта республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Ул шулай уҡ Яҡут, Бүрәт Республикаларынан, Мәскәү,Рязань, Пермь, Һамар ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән ҡунаҡтар менән сағыу күргәҙмәлә ҡатнашты.
“Оҫталар ҡалаһы” майҙансығында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, унда мең ырыуы башҡорттарының боронғо кәсептәре күрһәтелде. Пионерҙар йортонан “Кейеҙ баҫыу” берекмәһендә шөғөлләнеүсе Ринал Низамов (педагогы Фирҙәүсә Нәбиуллина) кейеҙҙән сувенирҙар, биҙәнгестәр, башҡорт халҡының көнкүреш атрибуттары, ырыу тамғалары менән район флагын һәм гербын тәҡдим итте.
“Мода театры” өлгөлө балалар коллективы (педагогы Резеда Чалдаева) “Үҙебеҙ милли кейемдәр тегәбеҙ” күргәҙмәһендә сағыу милли биҙәкле кейемдәр күрһәтте. Зауыҡ менән тегелгән башҡорт кейемдәре – студияның күп йыллыҡ эҙләнеү-тикшеренеү эше һөҙөмтәһе.
Ләйсән Ситдиҡова етәкселегендәге “Йәш скульптор” берекмәһенән Аида Килдеғолова балсыҡтан эшләнгән уйынсыҡ һыбыҙғылар тәҡдим итте. Ҡунаҡтар үҙҙәре лә балсыҡтан һыҙғыртҡыс яһап ҡараны. Улар шулай уҡ Сурай оҫталары Гөлназ Усманова һәм уның әсәһе Лариса Владимировнаның (“Балаҫ һуғыу” берекмәһе) махсус станокта балаҫ аҫалағанын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, уларға был боронғо кәсеп серҙәрен Сажидә Лоҡман ҡыҙы өйрәткән. Күҙ алдында төрлө төҫтәге йомғаҡтарҙан туҡылған ҡылғанлы далалар, гүҙәл Дим буйҙары сағылдырған тылсымлы биҙәктәр хасил булыуын күреп, һоҡланмау мөмкин түгел.
“Умартасылыҡ” майҙансығында ла кеше күп ине. Ҡырым мәктәбе уҡыусыһы Никита Акимов (етәксеһе Наталья Сиротюк) башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү сере менән уртаҡлашты, эш ҡоралдарын күрһәтте, бал, һитә, балауыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләне. Мәктәптә бына шундай түңәрәк эшләүе һәм унда балаларҙың ошондай кәрәкле һөнәргә өйрәнеүҙәрен белеп, форумда ҡатнашыусылар бик ғәжәпләнде.
“Балалар өсөн ял территорияһы” блогында балаларҙы һауыҡтырыу һәм уларҙың йәйген ялын ойоштороу буйынса методик материалдар һәм программаларҙың III бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе - “Сығанаҡтар” туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге профилле лагерь эше тураһында “Турист йәйе” майҙансығы тәҡдим ителде. “Эҙәрмән” студияһында шөғөлләнеүсе Аделина Халиҡова (педагогы Зилә Йәлилова) йыйылыусыларға лагерҙың күп яҡлы ижади эше тураһында һөйләне һәм ҡунаҡтарға йылға буйлап һалда йөҙөү, төрлө экскурсияларға, походтарға путевкалар тапшырҙы.
2-се мәктәптән Альбина Йыһангирова етәкселегендәге вокаль ансамблгә йөрөүсе балалар гитараға ҡушылып “Йөрәктәрҙе моң биләһен” темаһына йырҙар башҡарҙы. Ҡунаҡтар ҙа таныш йырҙарға ҡушылып йырланы. Уларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыны, сөнки дуҫлыҡ һәм Тыуған ил, тәбиғәт һәм сәйәхәттәр романтикаһы, туристар тураһында йырҙар бөтә Рәсәй семинарында ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен ҡанатландырҙы һәм берҙәмлеккә әйҙәне.