Экспозицияға республика ҡалаларынан һәм райондарынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә авторҙарҙың үҙенсәлекле әйберҙәре ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, бында авторҙарҙың милли костюмға арналған эштәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Күргәҙмә сиктәрендә проект еңеүселәре тарафынан төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ. Был үҙенсәлекле экспозиция 28 февралгә тиклем эшләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли костюмы оҫталары конкурсы беренсе тапҡыр былтыр ойошторолғайны. Унда республикабыҙ райондарынан һәм ҡалаларынан ғына түгел, башҡа сит төбәктәрҙән дә вәкилдәр ҡатнашҡайны.
Проект милли костюмдың үҙенсәлекле ҡиммәттәренә, уның этник үҙенсәлектәренә һәм Башҡортостан Республикаһындағы заманса мода менән бергә сағылдырыуға йүнәлтелгән ине. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: “Башинформ”.