Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2020, 17:00

“Егет - һеҙҙән, ҡыҙы - беҙҙән”

Шаран районында онлайн форматта “Туй йолаһы” республика фестивале үтте.

Яңынан тергеҙелеп, сағыу буяуҙар менән балҡыған туй йолалары күренештәрен республиканың, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренең 83 фольклор коллективы тәҡдим итте, улар төрлө милләт халыҡтарының буласаҡ кәләшкә бирнә әҙерләү, ҡоҙалау, ата-әсә фатихаһы, ҡыҙ әйттереү кеүек йолаларын күрһәтте. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн беҙҙең райондан өс үҙешмәкәр коллектив та видеозаявкалар ебәрҙе.

Татьяна Бессилина етәкселегендә Воздвиженка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Кудесницы”, Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгененең “Байрам” (етәксеһе Наилә Шәрипова) һәм казанкаларҙың “Чаровницы” (Тамара Федорова) ансамблдәре, рус, башҡорт һәм украин халыҡ йолаларын филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева рәйеслегендәге жюри ағзаларына тәҡдим итте. “Кудесницы” ансамбле “Туй йолаһы” фестиваленең икенсе дәрәжә дипломына, “Байрам” – өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Туй йолаларын пропагандалауға ҙур өлөш индергән өсөн “Чаровницы” Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: