Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2020, 12:00

«Кино буламы?» Була!

Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бүленгән федераль грант ярҙамында заманса йыһазландырылған кино залы асылды.

Көтөп алынған ваҡиға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының директор урынбаҫары Рөстәм Солтанғужиндың ихлас ҡотлау һүҙҙәре менән башланды, улар кино сәнғәтен һөйөүселәргә уңайлы залда ял сәғәттәрен күңелле итеп, яҡшы фильмдар ҡарап үткәреүҙәрен теләне.
Тамашасылар өсөн үткән заманға мауыҡтырғыс сәйәхәт әҙерләнгәйне. Эйе, ауылдарҙа олоһоноң да, кесеһенең дә күмәкләп киносеанстарға йөрөүе, кино залдарында алма төшөр урын булмауы, ә киномеханик ауылда иң хөрмәтле кеше булыуы һәм уға ысын тылсымсы итеп ҡарауҙары тураһында бәйән ителде был сәйәхәт барышында. Сараға ғүмерҙәренең күп өлөшөн кино селтәре эшенә арнаған ветерандар саҡырылғайны. “Октябрь” кинотеатры киномеханигы Тамара Васильевна Дзюба һәм Ҡармыш ауылы мәҙәниәт йорто киномеханигы Салауат Хөснулла улы Ниғмәтуллиндар бик күп йылы һүҙҙәргә һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Символик нуль һанлы билетта контролде йыртып алыу хоҡуғы тап уларға, әле күптән түгел генә ауылда мәҙәниәт нуры ҡабыҙыусыларға, бирелде. Мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуындағы “Снимается кино” йырына театрлаштырылған тамаша ла тарихи экскурсияға йәм өҫтәне.
Шул уҡ көндө тәүге тамашасылар кино залының мөмкинлектәрен дә баһалай алды - бында Айнур Асҡаровтың тулы метражлы «Өфөнән һөйөү менән» фильмының беренсе сеансы күрһәтелде. Тамаша залынан, әйткәндәй, ул 400 урынға иҫәпләнгән, әммә коронавирусҡа бәйле әлегә 30 проценты ғына тулыһынса файҙаланыла, кешеләр барыһы ла был ҡыҙыҡлы фильмдан матур тәьҫораттар алып, кинозалдан бик ҡәнәғәт булып сыҡты.
«Киң 3D экран, яҡшы тауыш, ҡарауы үҙе ҙур кинәнес!», - тип һоҡланыуҙарын йәшермәне тамашасылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр федераль средстволар ярҙамында республикала ун кино залы яңыртылды. Быйыл тағы ла биш район грант отто. Улар иҫәбенә Әлшәй районы ла инде. Кинематографияға ярҙам итеү буйынса федераль конкурста еңгән өсөн район үҙәгенең кино залын йыһазландырыуға 5 миллион һум аҡса бүленде. Йыһазландырылған зал менән бер рәттән әлшәйҙәрҙең Рәсәй һәм сит ил кинематографтарының яңы премьераларын сифатлы ҡарау мөмкинлеге тыуҙы.
Киносеанстар теҙмәһен белеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә Әлшәй районы мәҙәниәт бүлеге сайтын һәм төркөмдәрҙе ҡарап барығыҙ.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Алина САЛАХОВА фотоһы
Читайте нас: