Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2020, 14:20

Балалар китапханаһында арт-галерея

Бөгөнгө заман китапханаларға ҙур талаптар ҡуя, шуға ла бында эшләүселәр китап уҡыусыларҙың зауығына тап килерлек яңыса формаларҙы булдырырға тырыша.

Раевка ауылы балалар китапханаһы йәш китап уҡыусылар өсөн һәр ваҡыт уңайлы һәм йәмле мөхит тыуҙырырға ынтыла. Хеҙмәткәрҙәр китапхананың һәр мөйөшөн тиерлек йөкмәткеле итеп биҙәй. Ә күптән түгел генә бында ҙур булмаған арт-майҙансыҡ – сәнғәт галереяһы барлыҡҡа килде.
Балаларҙың ижади эштәрен зауыҡлы итеп урынлаштырыу, күргәҙмәләр ойоштороу мөмкинлеге хаҡында китапхана хеҙмәткәрҙәре күптән хыяллана ине. Улар эстетик зауыҡ тәрбиәләү, балаларҙың ижади һәм танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереү, уларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү бурыстары ҡуйылған проект төҙөнөләр.
Әммә бөтәһе лә әлеге лә баяғы аҡса етмәүгә ҡайтып ҡала ине. Галереяны ойоштороу өсөн А3 форматында фото рамдары, картиналарҙы элеү өсөн штанга, быяла күргәҙмә витриналар кәрәк булды. Урындағы эшҡыуарҙар үтенесте кире ҡаҡманы. “Бамбук” магазины етәкселеге китапханаға 15 быяла рам бүләк итте. Уларҙың ярҙамы менән беҙҙең проектты тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙым яһалды.
Шуныһы әһәмиәткә эйә, яңы галереяла балаларҙың ижади эштәре күргәҙәмәһе Еңеүҙең 75 йыллығына һәм райондың 85 йыллығына бағышланды. Унда территориаль һайлау комиссияһы һәм китапхана ойошторған “Еңеү балалар күҙлегенән” һәм “Еңеү һәр кемдең йөрәгендә йәшәй” район конкурстарында ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре ҡуйылған.
Киләсәктә фотоһүрәттәр күргәҙмәһе, предмет-танып-белеү экспозициялары ойоштороу ҙа күҙаллана. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн быяла күргәҙәмә витриналары һатып алырға кәрәк, унда балалар эшләгән әйберҙәр, шулай уҡ урындағы оҫталарҙың ижад емештәре, тематик предмет күргәҙәмәләрен урынлаштырыу мөмкин буласаҡ.
Әлегә витриналар булмаһа ла, алдағы көндәрҙә бөтәһе лә яйға һалыныр тигән ышаныс бар. Сикләүҙәр осоро үтер, китапхана ла балалар тауышына күмелер, улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңынан китапханасылар менән осрашыуҙар үткәрер, хикәйәләр, китаптар уҡып күп яңылыҡтар менән танышыр, шулай уҡ арт-галереяның экспонаттарын ҡарар, ижади эшләргә һәм фекерләргә өйрәнер.
Елена ПИКАЛОВА,

Әлшәй үҙәк китапханаһының балалар бүлеге мөдире.

Читайте нас: