Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2020, 20:00

Үткәндәре лә, бөгөнгөһө лә данлы уларҙың

Никифар мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында тыуған яҡ тарихы ҡәҙерләп һаҡлана.

Ауыл халҡы инициативаһы менән, 1969 йылда ойошторолған музейҙа алтындай бөртөкләп йыйылған тарихи ҡомартҡылар - боронғо әйберҙәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ҡәҙерләп һаҡлана һәм быуындан быуынға тапшырылып килә.

Музей рәсми рәүештә күпкә һуңғараҡ, 1975 йылдың декабрь айында асылһа ла, ошо йылдар эсендә ололар, ауыл аҡһаҡалдыры, уҡыусылар музейға һирәк осрай торған экспонаттар килтерә, бөгөн инде унда яҡынса 8000 ҡомартҡы һанала, яҡынса 5000-е төп фондты тәшкил итә.

Музейға оҙаҡ йылдар Тәнзилә Вәлийән ҡыҙы Кашапова етәкселек итә, ул уны булдырыуға күп көс һәм ваҡыт сарыф итә. Хәҙер уның эшен тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, китапханасы, Никифар мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Земфира Шәйхетдинова дауам итә. Беҙ уның менән бергә музей буйлап экскурсияла йөрөйбөҙ.

- Күп һанлы экспонаттар Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Бында хәрби документтар, орден-миҙалдар, ҡасандыр ҡаты алыштар барған ерҙәрҙән алып ҡайтылған изге тупраҡ һалынған капсулалар, өсмөйөшлө һалдат хаттары, тәмәке янсыҡтары, ҡалаҡтар, котелок һәм фляжкалар, хәрби санитарҙар сумкаһы, блокада икмәге һәм башҡа бик күп нәмәләр һаҡлана, - ти Земфира Әхәт ҡыҙы. – “Хәрби дан” экспозицияһында ике һуғыш – Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихы сағыла, унда һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан һәм мәңгелеккә яу яланында ятып ҡалғандарҙың исем-шәрифтәре яҙылған.

Никифар уҡыусылары“Ватаныңдың үткәнен һәм бөгөнгөһөн ҡәҙерләп һаҡла” девизын онотмай, тыуған яҡ тарихын мауығып өйрәнә, төрлө конкурс, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.

- Танышайыҡ, мин һеҙҙең гид булам, һоҡланғыс музейыбыҙ буйлап сәйәхәткә саҡырам, - тип мөрәжәғәт итә Земфира Әхәт ҡыҙы экскурсанттарға. – Экскурсиябыҙ ғәҙәти түгел: һеҙ боронғо ҡомартҡыларҙы ҡулығыҙға алып, йөн иләгестең тәгәрмәсен әйләндереп, иҫке көҙгөгә ҡарай алаһығыҙ...

Ҡомартҡыларға күҙ һалһаң, шул боронғо дәүергә әйләнеп ҡайтаһың. Бында нимәләр генә юҡ - ауыл эшсәндәре көндәлек тормошта ҡулланған эш ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре, иҫке Ҡөрьән китабының биттәре, сабый балалар бәүелгән бишек, ҡурай...

Музейҙағы күп һанлы экспозициялар һәм бүлектәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, уҡыусыларҙа яҡташтарының данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләй.

“Шундай һоҡланғыс, изге күңелле, һәм аҡыллы кешеләр араһында тыуыуыма ғорурланам һәм шатланам, шуның менән бәхетлемен. Изге эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм һеҙҙең бәхетле булыуығыҙға ышанам!” – тип маҡтау һүҙҙәре яҙып ҡалдырған ошо ауылдан сыҡҡан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған летчик-һынаусыһы Урал Нәжип улы Солтанов. Бөгөнгө көндә уҡытыусылар һәм уҡыусылар биҙәү эштәре менән шөғөлләнгән мәктәп музейында асылған космонавтика һәм авиация бүлмәһе уның исемен йөрөтә.

Музей материалдары балаларға тыуған яҡ тарихын, яҡташтарының героик үткәнен һәм бөгөнгөһөн тағы ла тәрәнерәк өйрәнергә, данлы традицияларҙы лайыҡлы дауам итеүселәр булырға ярҙам итә.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: