Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2020, 17:40

Үҙешмәкәр ижадтың иң яҡшы өлгөләре

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалы фольклор программаларының төбәк конкурсын үткәрҙе.

Башҡортостан халыҡтарының күп яҡлы мәҙәниәтен берләштергән “Халыҡ күңел асыуҙары” фестивале быйыл социаль селтәрҙәрҙә онлайн режимда үткәрелде. Конкурста республика райондары һәм ҡалаларынан ғына түгел, хатта күрше өлкәләрҙән дә 105 фольклор коллективы ҡатнашты. Ярыш ике номинацияла – балалар һәм ололарҙың үҙешмәкәр фольклор коллективтары араһында уҙғарылды. Конкурсанттар башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва халҡының байрамдары, уйындары, йолаларын һәм традицияларын күрһәтте.

Был бәйгелә Татьяна Бессилина етәкселегендәге Воздвиженка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Кудесницы” вокаль ансамбле лә ҡатнашты. Туй йолаһынан сәхнәләштерелгән өҙөк тәҡдим итеп, Воздвиженка артистары “Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн” дипломға лайыҡ булды.

Фәнүзә СӘЛӘМОВА.
Читайте нас: