Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Октябрь 2020, 19:00

Бәхетле булһын ғаиләләр

Район мәҙәниәт һарайында “Йәш ғаилә – 2020” бәйгеһендә иң әүҙем, ижади һәм һәләтле ғаиләләр көс һынашты.

Быйыл, эпидемиологик хәлгә бәйле, йәш ғаиләләр конкурсы ғәҙәти булмаған форматта үтте. Әммә был сараның бәҫен, унда ҡатнашыусыларҙың кәйефен һис кенә лә төшөрмәне. Бәйге, һәр ваҡыттағыса, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, ысын байрамға әйләнде. Йәштәрҙең дә ғаилә йылъяҙмаһында ул сағыу бер ваҡиға булып хәтерҙәрендә һаҡланыр. Конкурста Фидалия һәм Алмаз Еникеевтар, Эльвира һәм Юрий Задорожколар, Роза һәм Вадим Шәйгәрҙановтарҙың татыу ғаиләләре ҡатнашты.

Байрамса кейенгән, шул тиклем иғтибарҙан хатта бер аҙ юғалып ҡалған конкурсанттар иң тәүҙә жюри ағзаларын үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәр ғаилә мауығыуҙары, ғаилә бәхетенең сере тураһында һөйләне, сығыштар видео презентациялар, сағыу фотоһүрәттәр менән үрелеп барҙы. Бәйгелә ҡатнашыусылар артабан спорт маһирлығы буйынса көс һынашты, ә ижади номерҙа балалар үҙ һәләтен күрһәтте. Айырыуса “Ғаилә традициялары һәм байрамдары” конкурсы ҡыҙыҡлы үтте, ҡатнашыусылар тарихҡа әйләнеп ҡайтып, шәжәрәләре менән таныштырҙы, элек-электән һаҡланып килгән ғаилә ҡомартҡыларын күрһәтте. Аш-һыуға оҫталыҡ буйынса ла ярыш булды, бында һәр пар жюри хөкөмөнә үҙҙәре яратып әҙерләгән ризыҡ тәҡдим итте. Бәйгенең һәр этабында ла ҡатнашыусылар тапҡыр яуаптар бирҙе, ауырлыҡтарҙы нисек аңлашып хәл итә, төрлө сетерекле хәлдәрҙән лайыҡлы сыға белеүҙәрен, һәр мәсьәләгә ижади ҡарауҙарын күрһәтте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Еникеевтар ғаиләһе алды, улар хәҙер республика конкурсында район данын яҡлаясаҡ, икенсе урын – Задорожколар ғаиләһенә, ә өсөнсө урын Шәйгәрҙановтарға бирелде.

Сара аҙағында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов йәш ғаиләләргә изге теләктәрен еткерҙе, уларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Резеда ХӨСӘЙЕНОВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: