Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Август 2020, 17:20

Боронғо ҡомартҡылар донъяһында

Хәтер һәм дан йылында Әлшәй биләмә-ара китапханаһы ҡарамағында тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй башланы.

Архив документтарын һәм фотоһүрәттәр, боронғо ҡомартҡылар йыйыуҙа ауыл китапханалары һәм мәктәптәре ярҙам күрһәтте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”программаһы буйынса бүленгән 300 мең һумдан ашыу аҡсаға стеллаждар һатып алынды.

Музейҙа өс зал йыһазландырылған. Беренсе залда тыуған яҡ тарихы, боронғо ҡомартҡылар менән танышырға мөмкин. Башҡа залдарҙа яҡташтарыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, совет осоро тураһында материалдар йыйылған. Һуғыш темаһына ҡыҙыҡлы итеп блиндаж формаһында композиция эшләп ҡуйылған. Бында өҫтәл, ултырғыс, мейес, гармун, төрлө экспонаттар, хәрби карта, ысын хәрби-ялан телефоны, боронғо ҡомартҡылар бар. Ауыл эшсәндәре тураһында ла стенд әҙерләнгән. Артабанғы залда 1935 йылдан алып райондың тарихы тураһында мәғлүмәт тупланған. Бында һирәк осрай торған фотоһүрәттәр, производство алдынғылары тураһында гәзит материалдары, районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтың мәҙәни тормошо һәм көнкүреше тураһында экспонаттар, тыуған төйәктең бөгөнгөһө һәм үткәненә арналған, шулай уҡ билдәле әлшәйҙәр тураһында материалдар урын алған.

- Экспонаттар йыйыу дауам итә. Теләге булғандар музейға декоратив-ҡулланма сәнғәт, көнкүреш әйберҙәрен алып килә ала, - ти музей әйберҙәре иҫәбен алып барыусы белгес Светлана Шәймарҙанова. – Башҡорттарҙың көнкүрешенә арналған дүртенсе залды биҙәү эштәре дауам итә.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, үҙ аллы изоляция ваҡытында үҙәк район китапханаһы “Бер экспонат тарихы” онлайн рубрикаһын башланы, уны килеүселәр өсөн июль айында асылған тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәр кесаҙна үткәрә. Бында бөтә санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтеп, спорт мәктәбе һәм Пионерҙар йорто ҡарамағындағы көндөҙгө лагерҙарға йөрөүсе балалар ҙа булды. Улар өсөн музей буйлап экскурсия ойошторолдо. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән экспонаттарҙы ҡараны, айырыуса уларға Бөйөк Ватан һуғышына арналған зал оҡшаны.

Музейға район тарихы, боронғо ҡомартҡылар менән танышыу өсөн китапханаға йөрөүселәр ҙә инә.

Читайте нас: