Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июль 2020, 17:00

Тормош буйлап йыр менән

“Кудесницы” вокал ансамбле талантлы, ижади кешеләрҙе берләштергән.

Ниндәй һоҡланғыс, тылсымлы һүҙ ул “Кудесницы”. Хәйер, Воздвиженка ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары ла тирә-яҡтағыларға ысын мәғәнәһендә ҙур шатлыҡ бүләк итә.

Күп йылдар элек урындағы ауыл мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге барлыҡҡа килә, ул талантлы кешеләрҙе берләштерә. Бында шағирҙәр, рәссамдар, актерҙар, вокалсылар ҙа бар. Улар күпме матур байрамдар, кисәләр, конкурстар ойошторған! Өлкән быуын вәкилдәре ҡатнашлығында иҫ киткес фольклор ансамбле барлыҡҡа килеп, ул оҙаҡ йылдар ауылдаштарын матур йола йырҙары менән һөйөндөрә.

Ваҡыт уҙыу менән ансамбль ҙурая, уның составына йәштәр килә, ә 1995 йылда ансамблгә «Кудесницы” тип исем бирәләр.

- Күптәр ауылда тормош күңелһеҙ һәм бер төрлө, бик ауыр,тип иҫәпләй. Әммә барыһы ла кешенең үҙенән, уның кескәй генә шатлыҡтарҙы ла күрә белеүенә бәйле. Ә бының өсөн күңелеңә хуш килгән шөғөл генә табырға кәрәк, - ти ансамбль етәксеһе Татьяна Бессилина.

Ишембайҙа тыуып үҫкән ҡыҙ, 1988 йылда һөйгәне Александрға кейәүгә сыға һәм Воздвиженкаға күсеп килә. Ете йылдан һуң клуб мөдире, артабан мәҙәниәт йорто мөдире була. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлап, күпмеҙер ваҡыт география уҡытыусыһы булып та эшләй.

- Мин йырларға яратам. Өйҙә лә, урамда барғанда да йырлайым. Бигерәк тә рус халыҡ йырҙарын үҙ итәм. Һуңғы ваҡытта беҙ күберәк фольклор менән мауыға башланыҡ, - ти Татьяна Михайловна.

Ул сығыштар өсөн репертуар һайлай һәм килендәше Гөлшат Илшат ҡыҙы Бессилина менән репетициялар үткәрә.

- Беҙҙең ансамбль барыбыҙҙы ла бер ҙур ғаиләгә берләштерҙе, - ти уларҙың ҡәйенһеңлеһе Валентина Анатольевна Бессилина, уның әсәһе, Таисия Сергеевна ла, күп йылдар элек «Зорюшки» фольклор ансамблендә йырлаған.

Ә күптән түгел Бессилиндарҙың ғаилә триоһы, “Беҙ Ҡыҙыл Ярҙа булдыҡ!» боронғо рус йырының IV республика онлайн-конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урын яулаған.

- Ҡайсандыр беҙ өйҙәр буйлап йөрөп, әбейҙәрҙең йырҙарын магнитофон тҫсмаһына яҙҙырҙыҡ, унан һуң, уларҙы тыңлап, үҙебеҙсә йәш тауыш менән яңыса йырланыҡ, - тип иҫкә ала Татьяна Михайловна. Шунда уҡ ансамбль ҡыҙҙарын да маҡтап телгә ала:

- Минең ҡыҙҙарым бар яҡлап та килгән: йырлай ҙа, бейей ҙә, спектаклдәр ҙә ҡуя. Улар - беҙҙең хөрмәтле пенсионерҙар Валентина Герасимовна Айдиконис, Алефтина Германовна Васильева, Татьяна Геннадьевна Данилова, Наталья Ильинична Черкашина, китапханасы Лилиә Рәфис ҡыҙы Исмәғилева, башланғыс синыф уҡытыусыһы Ирина Михайловна Лугинина, күп балалы әсә Лена Герасимовна Федорова. Был йылдар эсендә беҙ яҡын кешеләргә әйләндек, барлыҡ байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ. Концерттарға, театрҙарға, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы бассейнға барабыҙ, тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ. Йырға һөйөү беҙгә тормоштан йәм табып йәшәргә ярҙам итә.

«Кудесницы» ансамбле - күп тапҡырҙар район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, дипломант исемен яулаған. Әммә үҙешмәкәр артистар өсөн был мөһим түгел. Иң мөһиме - улар тормошто күпкә матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итергә теләй. Ауылдың йөҙөк ҡашы булған мәҙәниәт усағы дөрләп янһын, йырсыларҙың илһам шишмәһе бер ҡасан да һайыҡмаһын.

Читайте нас: