Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июль 2020, 14:15

Йыр өсөн сиктәр юҡ.

Ҡайраҡлы ауыл мәҙәниәт йортоноң егерме йылдан элек ойошторолған, районда берҙән-бер булған “Пилеш” сыуаш фольклор коллективы мәҙәни мираҫ традицияларын быуындан-быуынға тапшыра, ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡайраҡлы ауыл мәҙәниәт йортоноң егерме йылдан элек ойошторолған, районда берҙән-бер булған “Пилеш” сыуаш фольклор коллективы мәҙәни мираҫ традицияларын быуындан-быуынға тапшыра, ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡасандыр Сыуашстандан күсеп килеүселәр беҙҙең районда ла күренә башлай. Уларҙың күңеле хеҙмәткә генә түгел, йырға ла тартыла. Башта Надежда Хәбибуллина етәкселегендә ҙур булмаған фольклор төркөмө барлыҡҡа килә. Ансамблдә уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша. Сығыштар яһау өсөн үҙҙәренең костюмдары булмай, күрше Ыҫлаҡбаш ауылында йәшәүселәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килә. Ә артабан, ул ваҡытта мәктәп директоры булып эшләгән Дмитрий Сидоров ярҙамында, район етәкселеге сыуаш милли кейемдәре тектереү өсөн аҡса бүлә. 2000 йылда берҙәм, татыу фольклор коллективы ойошторола, уға “Пилеш” тигән матур исем һайлайҙар, рус теленә тәржемә иткәндә ул “Рябинушка” тигәнде аңлата. Бына инде егерме йылдан артык “Пилеш” сыуаш фольклор коллективы күп кенә район һәм республика милли байрамдарында һәм фестивалдәрендә ҡатнашып, шулай уҡ барыбыҙ ҙа яратҡан һабантуйҙарҙа сығыш яһап, моңло йырҙары менән тамашасыларҙың күңелен яулап ала. Бөгөн ансамблгә 40 йәштән 65 йәшкә тиклемге һигеҙ кеше йөрөй. Улар араһында ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Надежда Хәбибуллина, художество етәксеһе Наталия Федотова, китапханасы Елизавета Герасимова, элекке уҡытыусылар Людмила Сидорова, Лена Митюкова, Валентина Федорова, пенсионер Галина Петрова, йорт хужабикәһе Наталия Никифорова бар.

- Йырҙарҙың күбеһен беҙ Сыуашстандың халыҡ артисы Людмила Семенова репертуарынан алабыҙ. Ауылдаштарыбыҙҙы йырҙарыбыҙ менән шатландырабыҙ, улар һәм үҙебеҙ өсөн дә ысын байрам ойошторабыҙ, - ти Надежда Арсентьевна.

“Пилеш” – районыбыҙҙа сыуаш мәҙәниәте традицияларын һаҡлаусы үҙенсәлекле ансамбль. Унда ҡатнашыусылар туған телдәрендә һөйләшә һәм йырлай, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Тел айырмаһына ҡарамаҫтан, уларҙың концерт номерҙары тамашасыларҙың күңеленә хуш килә. Ә был дөрөҫ тә, сөнки йыр өсөн сиктәр юҡ, иң мөһиме – ул яҡшы кәйеф бүләк итһен.

Читайте нас: