Яңы Сәпәш ауыл мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң тап шундай буласаҡ.
Хәбәр итеүебеҙсә, бинаны тергеҙеү эштәре былтыр уҡ башланды. Был маҡсатҡа республика бюджетынан һигеҙ миллиондан артыҡ аҡса бүленгән. Ярты йылдан артығыраҡ ваҡытҡа һуҙылған капиталь ремонт бөгөн тамамланған. Күләмле төҙөлөш эштәре бөттө, ваҡ-төйәк эштәр генә ҡалды, ти төҙөүселәр.
Иң ҙур ауыл мәҙәниәт йорттарының береһен тергеҙеү “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Стеналары ғына иҫке бинаныҡы, ҡалғандары барыһы ла яңы Шул иҫәптән уның эсе лә– заманса сәхнә, уңайлы тамашасы залы, яҡшы аппаратура, яңы костюмдар. Киләсәктә мәҙәниәт йорто төрлө саралар үткәреү урыны ғына түгел, ә уңайлы күркәм ғаилә-ял итеү учреждениеһы булырға тейеш, - ти мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим ӘКИМБӘТОВ.
Мәҙәниәт йортон ремонтлау – һәр ауыл өсөн дә мөһим ваҡиға. Ә был осраҡта, клубҡа яңы тормош биргәс, ул икеләтә шатлыҡлы була. тимәк, ауыл үҫешәсәк, яңынан ишектәрен асып, мәҙәниәт йорто төрлө йәштәге ауыл халҡын үҙенә тартып торған урынға әйләнәсәк, балалар, йәштәр һәм өлкәндәр бында күңеленә хуш килгән ғәмәлдәр табасаҡ, ижади яҡтан үҙ-үҙеңде һынап ҡарарға мөмкинлек буласаҡ.