“Забава”... Яғымлы ҡатын-ҡыҙҙар тауышын тыңлаған һайын тыңлағы килә. Ә ул ваҡытта, 2011 йылда, район гәзитендә рус халыҡ йырҙарын башҡарырға теләүселәрҙе Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгенә саҡырып иғлан баҫылып сыҡҡанда, ансамблдең бындай үрҙәр яуларын берәү ҙә фараз итә алмағандыр.
Әммә кешеләр менән ихлас аралашҡан, улар менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан Рәшит Үләмәевты белеүселәр, эштең уңышлы килеп сығыуына һис шикләнмәгәндер. Тәүҙә төркөмгә йөрөүселәр күп түгел ине, улар башлыса консерва, шәкәр заводы, балалар баҡсалары һәм башҡа ойошмаларҙың элекке һәүәҫкәр артистары була. Төркөм ойошторғас, ниндәй исем бирергә, тигән һорау тыуа. “Забава”ла туҡталалар. Ябай ҙа, мөләйем, күңелгә ятышлы саф рус һүҙе. Бер йылдан һуң коллектив Октябрьский ҡалаһында үткән “Мин яратам һине, тормош” тип аталған республика конкурсында ҡатнаша, репертуарҙан бер нисә йыр Өфө ҡалаһында үтәсәк гала-концертҡа һайлап алына, “Халыҡ инструменттары” номинацияһында улар өсөнсө урынға лайыҡ була. Шул уҡ йылда “Забава”халыҡ йырҙары фестивале еңеүсеһе була, ә 2015 йылда төркөмгә “халыҡ ансамбле” исеме бирелә. Республика башлығы указы менән мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн 1982 йылдан алып мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт һалыусы Рәшит Әҙхәт улы Үләмәевҡа ла “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Бөгөн район күләмендә бер генә сара ла “Забава” ҡатнашлығынан тыш үтмәй, теләһә ниндәй презентация ла улар башҡарыуындағы йыр менән асыла. Ә уларҙың репертуарында 70-кә яҡын йыр бар.
- Йыр һайлауға беҙ ныҡ иғтибар бирәбеҙ. Башлыса рус халыҡ көйҙәре, киң таралған, билдәле артистарҙың репертуарынан, автор башҡарыусыларҙың йырҙары ла бар. Яратҡан йырҙар кеүек, яратҡан йырсылар ҙа була, - ти етәксе, үҙе үк солист, аккомпаниатор, алып барыусы, хормейстер, вокал оҫталығы буйынса төрлө конкурстарҙың жюри ағзаһы Рәшит Үләмәев. – Бөгөн ансамбль составында пенсия йәшендәге 12 кеше сығыш яһай. Әйҙәүсе солистар тип Галина Григорьевна Клингты, Валентина Михайловна Метелеваны, Надежда Афанасьевна Шведунды, Надежда Ивановна Шевяхованы, Мәсниә Сафиулла ҡыҙы Шабельникованы атарға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштағы төрлө сәбәптәр арҡаһында рус халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары бәйгеһендә гран-при яулаған ирле-ҡатынлы Рузановтар, һәм башҡа ҡатнашыусылар ансамблдән китте. Уларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.
Төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә яуланған бихисап дипломдар, почет грамоталары – күп тамашасыларға милли мәҙәниәттең байлығын еткереүсе, рус халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләүсе “Забава” ансамбленең һөнәри оҫталығын таныу ул. Тағы ла бик күп йылдар үҙенең сағыу йырҙары менән һөйөндөрһөн ул беҙҙе!
Ирина ВЛАДИМИРОВА.