Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2020, 17:30

Һәр ауылдың үҙ йырсылары, бейеүселәре, артистары һәм гармунсылары бар

Ундайҙар Аҡҡолайҙа ла бихисап. “Умырзая” вокаль ансамбле ауылдаштарын бына күп йылдар инде үҙ ижады менән шатландыра.

Ниндәй йәштә булыуына, нимә менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, был ҡыҙҙар көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, аҙнаһына бер нисә тапҡыр үҙҙәренә ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Эйе, улар бөтә эштәрен ҡалдырып һәм иң матур кейемдәрен кейеп сәхнәгә сыға.

Ә ансамблгә ауылдың иң һәләтле һәм моңло тауышлы ҡыҙҙары йыйылған. Улар - күп йылдар Аҡҡолай мәктәбенә етәкселек иткән Әлфиә Солтанова, бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Рәйсә Солтанова, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә ауылдаштары сәләмәтлеге һағында тороусы Зилә Гәрәева, элек “Завет Ленина” колхозының алдынғы һауынсыһы, хәҙер үҙен талантлы шағирә итеп танытҡан, һәр эшкә лә маһир Гөлирә Латипова, ағинәй Миләүшә Яхина, йорт хужабикәләре Нурания Назарова, Гөлһылыу Шәрипова, Әлфирә Әхмәтова, Земфира Сираева. Ҡайһы ваҡыт ансамбль яңы солистар менән тулылана, сөнки бында йырларға теләге булған һәр кем килә ала. Коллективҡа күп йылдар инде клуб мөдире Ләйлә Яҡшымбәтова етәкселек итә.

Ансамбль композиторҙан да уңған. Аптырамағыҙ, Аҡҡолай ҡыҙҙарының йырҙар ижад итеүсе үҙ авторҙары ла бар, хатта берәү генә лә түгел. Венера Басирова ауылдаштары өсөн бик күп йырҙар һәм таҡмаҡтар яҙған. Шулай уҡ Иҫке Аҡҡолайҙа тыуып үҫкән танылған композитор Альфред Яҡшымбәтов менән бергә ижад иткән әҫәрҙәр ҙә бар, ул тыуған яғына ҡайтҡан саҡта, үҙе гармунда уйнап, ҡыҙҙарҙы йырлата.

Ауылда уҙған бер байрам да “Умырзая” ансамбле ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Аҡҡолай артистары фольклор байрамдары ойоштора, спектаклдәр ҡуя. Һәр саҡ ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сағыу номерҙары менән шатландырырға тырыша, һәр ваҡыт сығыштарына ниндәйҙер яңылыҡ индерә. Моңло халыҡ, дәртле эстрада, патриотик йырҙарҙы күңелгә үтеп инерлек итеп башҡара улар.

Бөгөн дә “Умырзая” ансамбле шул уҡ составта осрашып, яратҡан йырҙарын башҡарыу өсөн хәл-ваҡиғаларҙың яҡшырыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Фото – редакция архивынан. 2016 йыл, 8 май. Аҡҡолай йырсылары Үрнәк ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу тантанаһында.

Читайте нас: