Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь 2020, 21:20

Фильмда төшкөң килһә, кастингта ҡатнаш!

Башҡортостанда «Йәшенмәк» исемле киноальманах төшөрөргә уйлайҙар.

Унда ҡатнашыу өсөн бәләкәй актёр эҙләйҙәр. Кастинг башҡортса матур һөйләшкән 5 - 8 йәшлек малайҙар араһында буласаҡ.

Яңы кино Никита Михалковтың Кино һәм театр сәнғәте академияһы тарафынан Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы эгидаһы аҫтында Башҡортостандың күркәм урындарында төшөрөләсәк. Продюсер Алина Шакирова белдереүенсә, был ижади эштә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ла ҡатнашасаҡ.

Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, малайҙар. Фото-видеоны, анкетаны һәм телефон номерын [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.

Читайте нас: