Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Перезвон колокольчиков – Ҡыңғырауҙар сыңы» балалар театрҙары республика фестиваленең һайлап алыу туры үтте.
Аксен ауылы мәҙәниәт йортоноң «ТЮнА» балалар театр берекмәһе жюри ҡарамағына Борис Васильевтың повесы буйынса ҡуйылған “А зори здесь тихие” спектаклен тәҡдим итте.
Жюри ағзалары - Республика Халыҡ ижады үҙәге баш белгесе Тәнзилә Ҡалмурзина һәм “Химиктар” мәҙәниәт һарайы театры режиссеры Альберт Ғафаров йәш актерҙарҙың режиссерлыҡ һәләтен, актерлыҡ оҫталығын һәм драматик материалды дөрөҫ һайлай белеүен юғары баһаланы.
Мәғлүмәт һәм фотолар мәҙәниәт бүлеге сайтынан алынды.